газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2018, 18:05

Әсе афған еле яҙмыштарҙы Телеп үтте, ҡалды яралар

Кисә Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө булды. Был көндө беҙ Афғанстанда һәләк булған яугир-интернационалистарҙы ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә 30-ҙан ашыу хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан барлыҡ ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

Кисә Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө булды. Был көндө беҙ Афғанстанда һәләк булған яугир-интернационалистарҙы ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә 30-ҙан ашыу хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан барлыҡ ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

Салауатта хәтер саралары, ғәҙәттәгесә, «Мәңгелек ут» мемориаль комплексында сәскәләр һалыуҙан башланды. Унда төрлө хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ир уҙамандары, һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары, йәш быуын вәкилдәре йыйылды.

- Рәсәй төрлө илдәргә хәрби конфликттарҙы хәл итешеүҙән бер ваҡыт та баш тартмаған. Ир-егеттәребеҙ ҙә хәрби бурысҡа биргән анттарына һәр саҡ тоғро булды. Ҡорбандарыбыҙ ҙа бар, әммә уларҙы беҙ хәтерҙән сығармайбыҙ. Йәштәр ҙә ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән һалдат һәм офицерҙарыбыҙ менән ғорурланһын, Рәсәй тарихына бәйле ваҡиғаларға аҡыл менән ҡараһын, илһөйәрлек хистәре менән тәрбиәләнһен, - тине иҫтәлекле дата менән ҡотлап ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Зуев.

Ҡаланың хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов ло-каль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан бер нисә Салауат хәрбиһенә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Артабан сара “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә дауам итте. Мәҙәниәт йортонда ҡалабыҙҙың данлы яугирҙәрен данлап матур концерт ойошторолдо.
Читайте нас: