Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2018, 16:34

Сәскә атһын йәшлек ҡалаһы

Шишәмбе көнө “2018-2022 йылдарҙа Салауат ҡалаһы биләмә-һендә заманса ҡала мөхитен булды-рыу” программаһындағы объект-тарҙы һайлау бюллетенына индереү буйынса фекер алышыуҙар булды.

Шишәмбе көнө “2018-2022 йылдарҙа Салауат ҡалаһы биләмә-һендә заманса ҡала мөхитен булды-рыу” программаһындағы объект-тарҙы һайлау бюллетенына индереү буйынса фекер алышыуҙар булды.

Март айындағы Рәсәй Президентын һайлау көнөндә салауаттар ниндәй объектты тәү сиратта төҙөкләндереү тураһында ла тауыш бирәсәк. Хәтерегеҙҙә булһа, был хаҡта беҙ “Салауат” гәзитенең уҙған һанында яҙып сыҡҡайныҡ инде.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов әйтеүенсә, программаны тормошҡа ашырыу өсөн быйыл бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Уның 891 миллионы федераль ҡаҙнанан булһа, сығымдарҙың 175 миллионын республика хөкүмәте үҙ өҫтөнә ала.

- Беҙ быйылғы исемлеккә ингән биш объектты төҙөкләндереү менән генә сикләнмәйәсәкбеҙ, - тине Фәрит Фәррәх улы, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап. – Рейтинг тауыш биреү юлы менән һайланып алған 20-нән ашыу объектты ремонтлау алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк. Сөнки беҙ ошо ҡалала йәшәйбеҙ һәм Салауатыбыҙ һәр ваҡыт булһын өсөн тырышабыҙ. Был ҡала етәкселәренең генә эше булырға тейеш түгел, ҡалала йәшәүсе һәр бер кеше үҙе йәшәгән фатирҙы, йорт ихатаһын, урамдар-ҙы, баҡсаларҙы гөл итеп тоторға бурыслы.
Читайте нас: