газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2018, 15:49

Алсаҡ, ярҙамсыл, матурлыҡ тыуҙырыусы...

Таныштарының уны «матурлыҡ тыуҙырыусы» тип әйтеүҙәре юҡҡа түгел. Ысынлап та, Альбина Нәсибуллинаның үҙ ҡулдары менән эшләнгән ижады иҫ киткес. Уның эштәре генә һоҡландырғыс түгел, үҙенең дә кешелекле булыуына инандым.

Таныштарының уны «матурлыҡ тыуҙырыусы» тип әйтеүҙәре юҡҡа түгел. Ысынлап та, Альбина Нәсибуллинаның үҙ ҡулдары менән эшләнгән ижады иҫ киткес. Уның эштәре генә һоҡландырғыс түгел, үҙенең дә кешелекле булыуына инандым.

Тормош һин уйлағанса ғына бармай шул. Бала саҡта тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмаған Альбина ун йәштәр тирәһендә ауырып китә һәм өйҙә уҡыуға күсерелә. Сәмсел ҡыҙ урта белем алғандан һуң, Ленинград ҡалаһында ике йыл ярым реабилитация үҙәгендә дауалана. Уға бында бер нисә операция кисерергә тура килә. Ул һынауҙарға бирешмәй үҙ тырышлығы менән ситтән тороп Өфө ҡалаһындағы китапхана техникумын тамамлауға өлгәшә.

Альбина һөйләүенсә, реабилитация үҙәгендә ятҡан осорҙа уны тулыһынса бушлай дауалайҙар һәм уҡыталар. Унда Ер шарының төрлө илдәренән килеп һаулыҡтарын нығытҡандар. Ул хәҙерге медицинаның түләүле булыуына борсолоуын да белдерҙе.

Сәләмәтлеге арҡаһында нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалған Альбина бер ваҡыт ҡулына ырғаҡ ала. Тәүҙә ябай ғына салфетка бәйләй, һеңлеләренә ептән төрлө уйынсыҡтар ижад итә башлай. Һуңынан сәйлән менән булышып, үҙенә муйынсаҡ теҙеп таға. Матур биҙәүес үҙен дә ҡыҙыҡһындыра. Шунан һуң интернет аша сәйләндән биҙәүес эшләүселәр сайтына барып юлыға. Әллә матурлыҡ ҡыҙыҡһындырыпмы, әллә күңел ҡушыуы буйынсамы, ул ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәренә тотона. Шулай үҙенә шөғөл таба.

Ҡул эштәрен Альбина интернет селтәрҙәренән ҡарап өйрәнә лә, үҙенсә үҙгәртеп матурлыҡ тыуҙыра. Ижад өсөн материалдарҙы шулай уҡ интернет аша заказ менән ала.

- Интернет - ул минең өсөн барыһы ла. Әлбиттә, ата-әсәйем, туғандарымдан һуң. Төрлө илдәге дуҫтарым менән аралашам. Ҡул эштәремде башҡарғанда ла бик ҙур ярҙам, - ти ул.

Ҡыҙҙың көнө-төнө ултырып, күҙ нурҙарын түккән ҡул эштәре сағыу биҙәүестәргә әйләнә. Брошка, алҡа, мәрйен, беләҙектәрҙе зауыҡлы итеү өсөн күпме ваҡыт кәрәклеген оҫта үҙе генә белә.

- Тәү ҡарағанда ғына ауыр һымаҡ күренә ул. Ә былай бик мауыҡтырғыс шөғөл. Ул тынысландыра, күңелемде биреп эшләйем. Ата-әсәйемә рәхмәт, улар ҡеүәтләп, һәр башланғысымды хуплап, ярҙам итеп тора, - ти оҫтабикә.

Альбина ата-әсәһе менән йәшәй. Фәниә Миңлеғол ҡыҙы менән Ринат Фәйзулла улы 47 йыл бергә донъя көтә. Улар икеһе лә ғүмер буйы комбинатта эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Улар ғаиләһе менән иртә яҙҙан ҡараңғы көҙгә тиклем Ишембай районының Яңы Георгиевка ауылындағы йорттарына ҡайта. Ата-әсәһе баҡса менән булыша. Өйҙәре лә, йорт тирәләре лә Альбинаның ҡул эштәре менән биҙәлгән. Ул ишек алдында ятҡан таштарҙан бесәй, «ҡояш апай»ҙар яһап ҡуйған. Хатта баҡсалағы ҡарасҡы ла үҙенә күрә матур ғына килеп сыҡҡан. Өй тирәләй пальмалар, бәшмәктәр «үҫә», ҡоштар һәм күбәләктәр «оса», зебра һәм жирафтар ҙа «йөрөй».

Алсаҡ ҡыҙ үҙе ярҙамға мохтаж булһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй, мөрәжәғәт итеүсе-ләрҙең береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ул кемгәлер компьютерҙа текстар йыя, реферат һәм дипломдар яҙыша. Һеңлеләренең балаларына уҡыу программаларын үҙләштереүҙә, закондарҙы белмәгән кешеләргә ҡайһы осраҡта нәмә кәрәк, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, уларға хат яҙышырға бер һүҙһеҙ ярҙам итә.

Альбина туған-тыумасаһының, таныш-тарының тыуған көнөнә, байрамдарға нимә бүләк итергә икән, тип баш ватмай. Ул күңел йылыһын һалып ижад иткән бүләктәрен әҙерләй.

- Кешеләрҙе шатландырырға яратам. Шөғөлөм - минең өсөн ҙур һөйөнөс! - ти Альбина йылмайып.
Читайте нас: