газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2018, 10:39

Халыҡҡа уңай булһын тип

Кәрәк ереңә, мәҫәлән, эшкә, автобуста барыу уңайлы, айырыуса, ул алыҫ урынлашҡан булһа. Ә ул яҡҡа йәмәғәт транспорты йөрөмәһә, ни эшләргә?

Кәрәк ереңә, мәҫәлән, эшкә, автобуста барыу уңайлы, айырыуса, ул алыҫ урынлашҡан булһа. Ә ул яҡҡа йәмәғәт транспорты йөрөмәһә, ни эшләргә?

Көн һайын таксиҙа елдереү ҙә ярайһы ғына кеҫәгә һуға. Башҡа сара булмағанлыҡтан, күптәр тәғәйенләнгән урынға бер-ике маршрут алыштырып, һуңынан йәйәүләп барып етергә мәжбүр. Шуға ла, халыҡтың һорауы буйынса, ҡалала ике яңы маршрут асылды. 30-сы һәм 40-сы автобустар 15 ғинуарҙан халыҡты хеҙмәтләндерә башланы ла инде. Һеҙҙең иғтибарға уларҙың маршрутын тәҡдим итәбеҙ. Бәлки улар өйөгөҙҙең эргәһенән генә уҙалыр, ә элек был турала хыялланғанһығыҙҙыр ғына.

30-сы автобус маршруты:

«Магнит» гипермаркеты - 2-се дауахана - «Магнит» сауҙа үҙәге - Мәҙәниәт һәм ял паркы - Муса ҡасабаһы - Стадион - 1-се дауахана - Тире-венерология диспансеры - Содис - 1-се мәктәп - Мария - Баҙар - Автовокзал - Октябрь урамы - «Чемпион» магазины - Элемтә узелы - «1000 ваҡ-төйәк» магазины - Аврора - «Гүзәл» магазины - Ленин урамы - Һаҡлыҡ банкы - Боулинг - Ленинград урамы - Көньяҡ - 4-се мәктәп - 21-се мәктәп - «Магнит» гипермаркеты.

40-сы автобус маршруты:

«Магнит» гипермаркеты - 21-се мәктәп - 4-се мәктәп - Көньяҡ - Ленинград урамы - Арго - Боулинг - Һаҡлыҡ банкы - «Гүзәл» магазины - Аврора - «1000 ваҡ-төйәк» магазины - Элемтә узелы - «Ветвяна» магазины - «Алмаз» бассейны - Автовокзал - Баҙар - Мария - 1-се мәктәп - Содис - Тире-венерология диспансеры - Б. Хмельницкий урамы - 1-се дауахана - Стадион - Муса ҡасабаһы - Мәҙәниәт һәм ял паркы - «Магнит» сауҙа үҙәге - 2-се дауахана - «Магнит» гипермаркеты.

Юл хаҡы - 20 һум, ете йәшкә тиклемге балалар бушлай йөрөү хоҡуғына эйә.
Читайте нас: