газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2018, 11:34

“Осоп килде” һайрар ҡоштар

Ҡоштарҙы беҙ урманда, йә булмаһа, урамдарҙа ғына күрәбеҙ. Унда ла әле, уларҙы иғтибар менән күҙәтмәйбеҙ, яндарынан битараф ҡына уҙып китәбеҙ. Картиналар галереяһында һайрар ҡоштар күргәҙмәһе асылған тигәс, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, яҡынданыраҡ танышыр өсөн шунда юлландым.

Ҡоштарҙы беҙ урманда, йә булмаһа, урамдарҙа ғына күрәбеҙ. Унда ла әле, уларҙы иғтибар менән күҙәтмәйбеҙ, яндарынан битараф ҡына уҙып китәбеҙ. Картиналар галереяһында һайрар ҡоштар күргәҙмәһе асылған тигәс, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, яҡынданыраҡ танышыр өсөн шунда юлландым.

Бинаға инеү менән күргәҙмә ҡайҙа уҙа икән тигән һорау тыумай, сөнки уларҙың кем уҙарҙан һайрашыуҙары, тауыштары әллә ҡайҙан ишетелә. Бөтә ҡоштар ҙа ситлек эсендә, ә бәләкәй генә һөҙһөт (удод обыкновенный) хужа булып, ғорур рәүештә маһайып, иректә йөрөй. Башҡаларҙан ни яғы менән айырыла, ни өсөн ул ситлек эсендә түгел, тип һорағас:

- Додик (күргәҙмә етәксеһе уға иркәләп шулай тип өндәшә) аҡыллы, тәртипле, тыңлаусан ҡош. Шуға иректә йөрөргә рөхсәт итәм. Минән бер тотам да ҡалмай, бер аҙ юғалыбыраҡ торһам, эҙләп яр һала, - ти ҡоштар «батшаһы» Павел Сикорский.

Додик, ысынлап та, уның ҡулынан ашай, яурынына менеп ултыра, Павелдың бөтә фармандарын да теүәл башҡара.

Донъяның бөтә илдәренән 100-ҙән ашыу ҡош төрөн үҙ эсенә алған бындай күргәҙмә Рәсәйҙә башҡа юҡ. Ҡанатлыларҙың ниндәйе генә юҡ бында. Ҡунаҡтарҙы шаулашып, гөрләшеп ҡаршы алалар, һуңынан бер аҙға тынып ҡалалар. Ана, бер ерҙә һандуғас һайрай, арыраҡ урынлашҡан ситлектәрҙә һарығош, ҡыҙылтүш, көйәҙ турғай, сыйырсыҡтар үҙ телендә сут-сут килә, төрлө экзотик ҡоштар - Ҡытайҙан килтерелгән алтын фазан, тропик амадоналар һәм башҡалар күргәҙмәнең йәме булып ултыра. Шулай уҡ бында барҡылдаҡтарҙың (дрозд) төрлө төрҙәре күрһәтелгән. Уларҙы һанап бөтөрлөк тә түгел.

Бына сыйырсыҡтар нәҫеленән булған изге майна янына киләбеҙ. Был ҡош Көньяҡ Азияла, Таиландта, Көньяҡ Африкала, Израилдә киң таралған, үткерлеге, һөйләшә белеүе менән айырыла. Павелдың: «Исемең нисек, тип һора ҡунаҡ-тарҙан», - тигән фарманын яҡшы үтәне. Беҙ: «Һинеке нисек һуң?» тигәс: «Майна», - тип яуап бирҙе. Ата-әсәһе менән күргәҙмә ҡарарға килгән кескәй Тимур, ҡош-тоң һөйләшкәнен ишетеп, ихласлап сәпәкәй итте.

Рико исемле муйынсаҡлы попугай ниңәлер башын аҫҡа эйеп, кемгәлер үпкәләп ултыра. «Кем һине ҡыйырһытты? Һөйлә миңә! Зәңгәр ҡошмо?» - тип әйтеүе булды Павел, Рико уға яҡын килеп, аһ-зарын һөйләй башланы. Ысынлап та, уның янындағы ситлектә торған зәңгәр ҡош ҡойроғонан тартып үпкәләткән икән. Иҫ китерлек!

Тыныс ҡына көнбағыш сиртеп ултырған Гоша исемле какадуға иғтибар итмәҫлек түгел. Павел әйтеүенсә, күңеле килһә генә һөйләшә икән. Ул көндө кәйефе бик шәптән түгел ине. Шулай ҙа, ҡайтырға йыйынғанда, «Пока», тине. Үҙебеҙҙең урман ҡоҙғоно зирәклеге, шуҡлығы менән айырылып тора. Ете айлыҡ ҡына булыуына ҡарамаҫтан, кәүҙәгә ҙур, етмәһә, тағы ла үҫәсәк, тиҙәр. Суҡышы менән ситлекте лә асырға маташты, үҙенә яҡын килеүселәргә лә холҡон күрһәтеп өлгөрҙө. Тик ашатыусыһы, тәрбиәләүсеһе Павелдан ғына шөрләй. Павел уны иркәләп Карыч тип йөрөтә.

Бындай һоҡланғыс күргәҙмәне беҙгә Силәбе өлкәһенән алып килгәндәр. Уның хужаһы - Сергей Рында. Ә дуҫы Павел Сикорский күргәҙмә менән етәкселек итә.

- Бәләкәйҙән ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһындым. Дуҫым Сергей ошо күргәҙмәне ойошторғас, яратҡан шөғөлөм килем дә килтерһен тип, уның эшенә ҡушылдым, - тип һөйләй Сергей.

Картиналар галереяһындағы күргәҙмә көн һайын иртәнге ундан киске етегә тиклем ялһыҙ һәм тәнә-фесһеҙ эшләй. Беҙҙә улар 11 февралгә тиклем була. Үҙегеҙ менән күстәнәс алып килергә лә мөмкин. Мәҫәлән, виноград, әстерхан сәтләүеге ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың күңеленә хуш килер.


Читайте нас: