Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2018, 12:41

Йырлай-йырлай эшләй ул

Һәр кем яратҡан эшен генә бар күңелен биреп башҡара. Ҡалабыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының участка акушеркаһы Гөлсинә Фархшатова һөнәри бурысын яратып үтәй. Бында мөрәжәғәт иткән гүзәл заттарҙан да уның тураһында тик йылы һүҙҙәр ишетергә мөмкин.

Һәр кем яратҡан эшен генә бар күңелен биреп башҡара. Ҡалабыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының участка акушеркаһы Гөлсинә Фархшатова һөнәри бурысын яратып үтәй. Бында мөрәжәғәт иткән гүзәл заттарҙан да уның тураһында тик йылы һүҙҙәр ишетергә мөмкин.

Гөлсинә Хәмит ҡыҙы Стәрлебаш районының Әмир ауылында донъяға килә. Әсәһенең йыр-моңона ғашиҡ булып, сәнғәткә һөйөү хистәре менән үҫә ҡыҙ. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, Салауат медицина училищеһына уҡырға ла, гинекология бүлегенә шәфҡәт туташы булып эшкә лә урынлаша. Унда ун йылдан артыҡ эшләгәндән һуң, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына күсә. Уның бурысы - әсәй булырға йыйынған гүзәл заттарҙы сиратҡа ҡуйыу, уларҙың һәм ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын күҙәтеү.

Ул һәр ҡатын-ҡыҙға йылы мөнәсәбәттә, уларҙың һорауҙарына сабыр ғына яуап бирә, кәңәштәре менән ярҙам итә. Тап ошо һыҙаттары өсөн уны барыһы ла хөрмәт итә. Юғары категориялы акушерканың 40 йылға яҡын хеҙмәте бик күп Почет граматолары менән баһаланған.

Гөлсинә апай өйөндә лә уңған хужабикә, әсәй һәм өләсәй. Тормош иптәше Биктимер ағай менән 30 йылдан ашыу бергә татыу ғүмер кисерәләр. Ике улына ла лайыҡлы белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Әлеге көндә ике улының һәм ике ейәненең бәхет-шатлыҡтарына ҡыуанып йәшәйҙәр, артабан да шулай булырға яҙһын!

Геройымдың тағы ла бер һыҙатын әйтеп үтмәй булдыра алмайым. Ул – оҫта йырсы. Ошо шөғөлө уны “Умырзая” ансамбленә алып килә. Ҡалала үткән барлыҡ концерт-байрамдарҙа ла ҡатнаша йыр алиһәһе. Ансамбль етәкселәре Гөлнара һәм Вәсил Темировтар ныҡлап вокал серҙәренә төшөндөрә. Гөлсинә апай уларға бик ҙур рәхмәтле. Әлеге көндә ул “Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәгенә “Дуҫлыҡ” башҡорт халыҡ фольклор ансамблендә йырлай.

- Эшемде бик яратам. Коллектив татыу. Дәртең булһа, ваҡыт табыла ул, тиҙәр бит. Мәҙәни сараларҙа ҡатнашам. Сәхнәгә сыҡһам, үҙемә көс, илһам алам. Ҡыҫҡаһы, йырлай-йырлай эшләйем! – ти Гөлсинә апай.
Читайте нас: