газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2018, 13:00

Беҙҙеке бушамаһын, уларҙыҡы ҡалынаймаһын

Күсемһеҙ милек баҙарын риэлторҙар, үрмәксе ауына сырмағандай, баҫып алды. Кеше фатир йәки йорт һатып алғанда ғына түгел, ҡуртымға торлаҡ кәрәккәндә лә йыш ҡына уларға мөрәжәғәт итә. Шул уҡ ваҡытта «ҡара риэлтор»ҙарҙан бихисап зыян күреүселәр тураһында ла оноторға ярамай. Ахырҙа, кем ул риэлтор? Һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөгәндә ул мотлаҡ кәрәкме? Әллә был ябай халыҡтың кеҫәһен бушатыумы? Ғөмүмән, фатир алғанда төп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә, кемдән, нисек зыян күрмәҫкә? Бөгөнгө мәҡәләмдә шуны асыҡламаҡсымын.

Күсемһеҙ милек баҙарын риэлторҙар, үрмәксе ауына сырмағандай, баҫып алды. Кеше фатир йәки йорт һатып алғанда ғына түгел, ҡуртымға торлаҡ кәрәккәндә лә йыш ҡына уларға мөрәжәғәт итә. Шул уҡ ваҡытта «ҡара риэлтор»ҙарҙан бихисап зыян күреүселәр тураһында ла оноторға ярамай. Ахырҙа, кем ул риэлтор? Һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөгәндә ул мотлаҡ кәрәкме? Әллә был ябай халыҡтың кеҫәһен бушатыумы? Ғөмүмән, фатир алғанда төп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә, кемдән, нисек зыян күрмәҫкә? Бөгөнгө мәҡәләмдә шуны асыҡламаҡсымын.

Бер ваҡыт таныш апай: “Бер ҡағыҙ өсөн өс аҙна йөрөнөм. Анау, риэлтор тигән нәмәләр кабинетҡа инеп китәләр ҙә, ике-өс сәғәт буйы сыҡмайҙар. Баҡһаң, белгестәр шулар менән мәшғүл икән. Ә беҙ, ябай кешеләр, кабинет төбөндә ултырабыҙ. Улар теркәү палатаһы кешеләре менән дә, башҡа ойошма етәкселәре менән дә таныш, бер-бер артлы сиратһыҙ инеп, кабинетҡа ултырып алалар. Кабинет төбөндә ултыра торғас, сираттағы кешеләр араһында низағ ҡупты», - тип һуҡранғайны.

Һаҡлыҡ банкының кредит ставкаһын түбәнәйтеүен ишетеү менән, ипотекаға фатир алырға булдыҡ. Ике-өс көн эсендә банк түләү мөмкинлегебеҙҙе баһалап, ипотека биреүҙе хупланы. Менеджер менән осрашыу көнөн дә билдәләнеләр. Тәүге барғанда ул беҙҙе: «Риэлтор ялланығыҙмы?» - тигән һорау менән ҡаршы алды. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа үҙебеҙҙең риэлторҙарҙы тәҡдим итә алабыҙ тип, һыу буйы исемлек тә тотторҙо. Юҡ, беҙ аралашсыһыҙ ғына эшләйәсәкбеҙ, тигәс, уның айҙай балҡыған йөҙөн ҡапыл ҡара болот ҡапланы. Бер аҙ шымып торғас: «Алдан уҡ иҫкәртәм, үҙегеҙ генә башҡара торған эш түгел был. Документтағы бер өтөр өсөн дә ҡағыҙҙы кире ҡайтарыуҙары бар, бәйләнеп бер буласаҡтар», - тип иҫкәртеп ҡуйҙы. Һорау: ни өсөн ябай кешегә ҡарата дәғүә булырға тейеш, ә риэлторға - юҡ. Моғайын, улар араһында ниндәйҙер бәйләнеш барҙыр. Тимәк, уларҙың бар ерҙә лә һүҙе үтә. Тик бушҡа түгел. Клиенттан алынған аҡсаның бер өлөшө шул таныштарҙың «ҡулын йыуыуға» китә. Ысынлап та, күптәрҙән: «Риэлторһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай. Бөтә ҡағыҙҙар артынан улар йөрөй. Документтарҙы үҙең йыйһаң, сиратты бик оҙаҡ көтөргә тура килә. Шуға бөтә эште уларға тапшырабыҙ. Һиңә ҡултамғаңды ғына ҡуйырға ҡала», - тигәндәрен йыш ишеткәнем бар. Ә риэлтор ялламаһаң, нимә көтә? Хафаланмағыҙ, бының бер ҡурҡынысы ла юҡ.

Банк хеҙмәткәре ни тиклем генә өгөтләмәһен, үҙ көсөбөҙгә генә ышанырға булдыҡ. Былай ҙа аҡса сығасаҡ урындар бихисап. Өҫтәүенә, хаҡы-хаҡмы уның - кәмендә 10 - 15 мең һум. Банкта артабан нимәләр эшләргә, ниндәй документтар йыйырға кәрәклеген аңлаттылар. Шулай итеп, фатир хужаһы менән эшкә тотондоҡ. Һәр кем үҙенә тәғәйенләнгән белешмә-ҡағыҙҙар йыйҙы. Хәҙер, башлыса, бөтә документтар ҙа нотариус тарафынан нығытыла. Был хеҙмәттәргә лә айырым туҡталып үтмәй булдыра алмайым. Иң аптыратҡаны шул - хеҙмәттәр хаҡы төрлө ерҙә төрлөсә. Айырма 100-200 һум ғына ла түгел. Мәҫәлән, банкта алдан һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөргә ҡуштылар. Ябай итеп әйткәндә, “черновик”. Бер нотариаль контораға индек. Килешеү хаҡы фатирҙың кадастр хаҡынан сығып төҙөлә, 500 һумыңды залог итеп ҡалдыраһың да, һуңынан ул килешеү хаҡынан тотола, тинеләр. Икенсеһендә, 2500 һум тип иҫебеҙҙе алдылар, өсөнсөһөнә ингәндә бушлай төҙөйбөҙ, тип тынысландырҙылар. Күреүегеҙсә, тәртип юҡ. Ни өсөн билдәле бер хаҡ ҡуйылмаған, улар өсөн закон юҡ кеүек. Унда ла риэлторыбыҙ бармы-юҡмы икәнлеге менән бик ҡыҙыҡһындылар.

Документтарҙы үҙ көсөбөҙ менән йыйып бөттөк. Дөрөҫ, бер аҙ йүгергеләргә тура килде инде. Уға ғына түҙерлек инде - көс етмәҫлек эш йөкмәтмәгәндәр ҙә баһа! Һатыусынан күберәк ҡағыҙҙар талап ителде. Әммә ул да үҙ көсө менән йырып сыҡты был һынауҙарҙы. Бөтә документтарҙы туплап, банкка йүнәлдек. Килешеүгә бөтә яҡлап та ҡул ҡуйылғас, менеджер бөтә документтар менән нотариусҡа барып, һатыу-һатып алыу килешеүен (хәҙер инде ысынын) төҙөргә ҡушты. Кәрәкле бөтә документтарҙың барыһын да биреп бөттөгөҙмө, тип һорағас, әлбиттә, бөтәһе лә үҙ урынында, тип яуапланы, мут ҡына йылмайып банк хеҙмәткәре.

Икенсе көнөнә нотариусҡа юлландыҡ. Ул беҙгә банктың ниндәйҙер «закладной» тип аталған мөһим ҡағыҙ бирмәүен әйтте, барып һорарға ҡушты. Банкка кире киттек. Үҙебеҙҙең үтенесебеҙҙе әйткәс, беләһегеҙме, менеджерыбыҙ нимә ти: «Белмәнем дә, күрмәнем дә. Документ алынған тип ҡул ҡуйылған, тимәк, уны үҙегеҙ юғалтҡанһығыҙ. Ҡайҙан теләйһегеҙ, шунан табығыҙ», - тине ул иҫе китмәй генә. Шунан: «Кем риэлторығыҙ? Шул эҙләһен», - тип тә өҫтәп ҡуйҙы. Баҫып торған еребеҙҙән саҡ йығылып китмәнек.

Ышанып беркетелгән менеджерыбыҙ нисек һайрап ултыра?! Бер аҙ иҫебеҙҙе йыйғас, иптәшем ҡаты ғына: «Беҙ үҙебеҙ риэлтор. Һеҙгә кем кәрәк? Мотлаҡ риэлтор ялларға, тип бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Ә һеҙ, беҙҙе яҡлар урынға, клиенттарығыҙҙа нәфрәт тыуҙырып ултыраһығыҙ. Ул ҡағыҙҙы алмауыбыҙҙы иҫбатлаусы шаһиттарыбыҙ бар. Ҡағыҙҙы хәҙер үк өҫтәлгә һалмаһаң, судҡа бирәм», - тип тауышын күтәргәйне, үҙ алдына нимәлер мығырҙай-мығырҙай, компьютерҙан сығарып бирҙе теге күҙ күрмәгән документты. Бына һиңә, мә! Ә кеше өндәшмәһә, тағы әллә күпме аҡса түгеп, төрлө инстанцияларҙа йөрөргә тейешме? Хәҙер шуныһы яҡшы, дәүләт теркәүен үтер өсөн таңдан алып сиратта тормаҫҡа. Бының өсөн уңайлы хеҙмәт - күп функциялы үҙәк бар. Уларға ғына документтарыңды тапшырып, дәүләт пошлинаһын түләйһең дә, эш бөттө.

Һүҙемде йомғаҡлап нимә әйткем килә? Риэлторһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай, мотлаҡ ялларға кәрәк, тигән һүҙҙәргә ышанмағыҙ. Үҙегеҙгә генә таянһағыҙ ҙа була! Тағы шуныһы йәнде көйҙөрә, Әсәлек капиталы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тип күпме генә яр һалһалар ҙа, уны маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу өсөн күпме кәртәләрҙе йырып үтергә кәрәклеген әйтеп-аңлатып бөтөп булмай. Тәүҙә аҡсаны балаға өс йәше тулмайынса тотонорға рөхсәт итмәнеләр. Ваҡытынан алда файҙаланырға теләүселәрҙән апаруҡ процент тотоп ҡалдылар. Йәш сиген алып ташлағандан һуң да хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрмәне. Әле бер сәбәп, әле икенсеһен таптылар. Үҙемдең миҫал да шуны иҫбатлай. Тәүге иғәнә итеп Әсәлек капиталын тотонорға теләүемде белгәс, менеджер ҡырт киҫеп: «Юҡ, улай эшләргә хоҡуғығыҙ юҡ. Һеҙ беҙҙән фатир хаҡының тулы суммаһын бурысҡа алаһығыҙ. Пенсия фонды беҙгә аҡса күсергәнсе, 30 мең тирәһе түләргә кәрәк булыр. Һуңынан түләүегеҙ икеләтә кәмер», - тине. Нисек инде ил Хөкүмәтенең законы була тороп, мин банктан үтескә аҡса алырға тейеш. Һүҙемдә ныҡ торҙом, ризалашманым. Тауышында ҡәнәғәтһеҙлек билдәләре сығарып, үҙегеҙ ҡарағыҙ, тине. Киттем Пенсия фонды идаралығына. Унда былай тип аңлаттылар. Әгәр һатыусы 1-1,5 ай аҡса күскәнен көтөргә риза булһа, бер һүҙһеҙ, һатыусының иҫәбенә туранан-тура аҡса күсәсәк. Бары һатыусының иҫәп счеты һәм һатыу-һатып алыу килешеүе кәрәк. Банктың бында бер ниндәй ҡыҫылышы ла юҡ, тине. Әлбиттә, мин уларҙан миллиондан ашыу аҡса алһам, проценты уларға ҡала бит. Әсәлек капиталы менән эш иткәндә иғтибарлы булырға кәрәк.

Бына шулай, йәмәғәт. Ябай халыҡтың аҡсаһын иҫәпләргә яраталар. Ә һеҙ бирешмәгеҙ, закондарҙы уҡығыҙ, белегеҙ һәм өйрәнегеҙ.


Читайте нас: