газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 11:14

Матур йәшәү – үҙе батырлыҡ

Ришат Әлибаев бына утыҙ йылға яҡын ҡалалағы ВНЗМ-дың 2-се төҙөлөш монтаж фирмаһында эшләй. Үҙ һөнәренә мөкиббән китеп, ойошманың ауыр саҡтарында ла уны ташлап китмәй, хеҙмәтенә тоғро ҡалған һәм бөгөн тырыш хеҙмәте менән күптәргә үрнәк булған кешеләрҙең береһе ул.

Ришат Әлибаев бына утыҙ йылға яҡын ҡалалағы ВНЗМ-дың 2-се төҙөлөш монтаж фирмаһында эшләй. Үҙ һөнәренә мөкиббән китеп, ойошманың ауыр саҡтарында ла уны ташлап китмәй, хеҙмәтенә тоғро ҡалған һәм бөгөн тырыш хеҙмәте менән күптәргә үрнәк булған кешеләрҙең береһе ул.

Хеҙмәте башлыса сәнәғәт объекттары менән бәйле. Рәсәйҙең күп төҙөлөш объекттарына уның ҡул көсө һалынған: Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһындағы “Танеко”, Красноярскиҙағы Ванкор ятҡылыҡтары, Өфөнөң “Новоял”, Салауат ҡалаһында ЭЛОУ АВТ-6 ҡоролмаһы. Бөгөнгө көндә тырыш һәм эшһөйәр монтажсылар бригадиры Себер яҡтарында Яңы Уренгой ҡалаһында РОСПАН заводын төҙөүҙә ҡатнаша. Ул үҙенең оҫталыҡ серҙәрен йәштәр менән дә теләп бүлешә.

- Беҙҙең эш ауыр һәм яуаплы. Һауа торошона ҡарамайса, эҫелә лә, һыуыҡта ла төрлө бейеклектә эшләргә тура килә. Коллективта татыу, бер-береһен аңлаған кешеләр эшләй. Уңыштар ҙа һөйөндөрә, - ти Ришат Марат улы.

Ришат Әлибаевтың фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. 2014 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” исемен республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов тапшырған.

Һәр уңышлы ир артында ҡатын тора, тигән бер аҡыллы әҙәм. Гөлсәсәк Абдулла ҡыҙы менән Ришат Марат улы 1985 йылдан ҡулға-ҡул тотоноп татыу ғүмер кисерә. Гөлсәсәк һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләй. Уңған, һылыу ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иткәндәр.

- Ялдарҙы бергә үткәреү форсаты сыҡҡан һайын ғаиләбеҙ менән уны күңелле һәм файҙалы үткәреү яғын ҡарайбыҙ. Беҙ концерттарға, спектаклдәргә, сил илгә сәйәхәткә йөрөргә яратабыҙ, - ти Ришат ағай.

Әлбиттә, яныңда күбәләктәй осоп хәстәрләп йөрөгән тормош иптәшең, итәғәтле ҡыҙың һәм “олатай, олатай” тип өҙөлөп торған ейәнсәрең булғанда донъя түңәрәк - шуға шатлана яңыраҡ 55 йәше тулған Ришат Марат улы. Эшемдән дә, ғаиләмдән дә уңдым һәм ошоноң менән сикһеҙ бәхетлемен, тип иҫәпләргә тулы хоҡуғы бар уның.
Читайте нас: