газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2017, 11:44

Бында сәскә атыусы ҡала буласаҡ

Бында сәскә атыусы ҡала буласаҡ, тигән ҡарарға килә 1948 йылда 18-се комбинатты төҙөүселәр. Ул ваҡытта исеме лә булмаған, 25 мең кешегә генә иҫәпләнгән эшселәр ҡасабаһы бөтә проект нормаларынан үтеп китә һәм биш йыл эсендә ике тапҡырға арта. Ваҡыт үтеү менән ул нығына, үҫә һәм ғорурлыҡ менән Салауат исемен йөрөтөүсе республика ҡарамағындағы ҡала статусын ала.

Бында сәскә атыусы ҡала буласаҡ, тигән ҡарарға килә 1948 йылда 18-се комбинатты төҙөүселәр. Ул ваҡытта исеме лә булмаған, 25 мең кешегә генә иҫәпләнгән эшселәр ҡасабаһы бөтә проект нормаларынан үтеп китә һәм биш йыл эсендә ике тапҡырға арта. Ваҡыт үтеү менән ул нығына, үҫә һәм ғорурлыҡ менән Салауат исемен йөрөтөүсе республика ҡарамағындағы ҡала статусын ала.

Социализм үҫеше дәүерендә Салауат ҡалаһы Советтар Союзында яңғыраны. «Салауатнефтеоргсинтез», «Салауатбыяла», «Кардан», «Салауат оптика-механика заводы» кеүек производство берекмәләренең даны бөтә илгә таралды. Торлаҡ төҙөлө-шөндәге юғары темптар, үҫешкән инфраструктура, Салауат саңғы юлы, 50 метрлыҡ «Алмаз» бассейны, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары, урта махсус һәм башланғыс һөнәри белем биреү уҡыу йорттары - һәр ваҡыт салауаттарҙың ғына түгел, совет дәүләтенең ғорурлығы булды.

90-сы йылдарҙағы капиталистик үҫеш юлына үҙгәртеп ҡороуҙар беҙҙең ҡала йылъяҙмаһына ла етди төҙәтмәләр индерә. Предприятиелар банкротлана, балалар баҡсалары ябыла, социаль һәм мәҙәниәт биналары тарҡалыу хәленә килә. Эшһеҙлек, демографиялағы кире һандар ҡала халҡының кәйефендә сағылыш таба. Кешеләр кемгә, нимәгә ышанырға белмәй, власть биргән вәғәҙәләр тик ҡағыҙҙа ғына ҡала, оҙайлы төҙөлөштәр туҡтатыла, йорттар иҫкерә.

2011 йыл, ысынын ғына әйткәндә, Салауат ҡалаһы тарихында боролош йылы. Ул йылдың яҙында ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына йәш, амбициялы етәксе - Фәрит Фәррәх улы Ғилманов килә. Тап уның аныҡ һәм оҫта идара итеүе арҡаһында беҙҙең ҡалала ыңғай үҙгәрештәр, күҙгә күренерлек яҡшы яҡҡа үҫеш күҙәтелә башлай. Һәм был ҡабарынҡы пафослы һүҙҙәр түгел. Ысынбарлыҡта ла шулай! Үҙегеҙ баһалағыҙ.

2012 йыл

Ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндерелгәндән һуң асыу.

«Алмаз» бассейнын асыу - бөтә республиканың 50 метрлыҡ гәүһәре. Хәҙер ул Рәсәй кимәлдәге ярыштарҙы уҙғарыу мөмкинлеге булған, заман талаптарына яуап биргән муниципаль объект.

«Нефтехимик» спорт һарайы, балалар дауаханаһы матурлығы һәм камиллығы менән балҡып ултыра.

Төҙөүселәр урамында 24-се һәм 26-сы социаль йорттар файҙаланыуға тапшырылды, улар льготалы категория граждандарының бер өлөшөнә торлаҡ проблемаларын хәл итергә ярҙам итте.

2013 йыл

Ҡала мунсаһында капиталь ремонт.

Гемодиализ үҙәге асылды.

Һәр береһе 150-200 урынлыҡ өс балалар баҡсаһында капиталь ремонт.

Төҙөүселәр урамында 20-се социаль йорт сафҡа инә.

2014 йыл

Яңы микрорайондағы Бекетов урамында автомобиль юлын төҙөү.

Төҙөүселәр урамында 32-се социаль йорт файҙаланыуға тапшырыла.

Ҡала һәм сәнәғәт зонаһы араһында юл үткәргес асыла.

2-се микрорайонда 220 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлә.

2015 йыл

3-сө микрорайонда 220 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы һалына.

Төҙөүселәр урамында 42-се социаль йорт файҙаланыуға тапшырыла.

Ике ҙур сауҙа комплексы сафҡа инә.

Ленинград урамында канализация селтәренә, Ергән һыу алыу ойошма-һының 1-се үрләсендә 4 насос станцияһына капиталь ремонт үткәрелә.

В.Спиваков исемендәге музыка мәктәбе асыла.

2016 йыл

Күп профилле дауахана төҙөлөшө тамамланды.

Ҡала автовокзалы бинаһы ремонтлана.

2-се, 6-сы микрорайондарҙа магистраль канализация трассаһы һалынып бөтөлә.

2017 йыл

«Ағиҙел» мәҙәниәт һәм ял үҙәге артындағы сквер төҙөкләндерелә.

Ағиҙел йылғаһы аша аҫылмалы күпер ремонтлана.

Батыр аллеяһында фонтан төҙөйәсәк подряд ойошма билдәләнә.

Ҡала дауаханаһын төҙөкләндереү процесының башы (ПИР һәм проект экспертизаһы - 2018 йылға күсеү менән).

Бер нисә генә юл, ә күпме ҙур эштәр башҡарылған, күпме көс һәм энергия һалынған, күпме ҡаршылыҡтар үтелгән, ҡала, республика һәм федераль бюджеттан миллионлап аҡса тотонолған.

2012 йылдың 6 июнендә мәҙәниәт һәм ял паркы асылды. Унан ике йыл алдан ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятие етәкселеге менән паркты төҙөкләндереү буйынса ҙур масштаблы эштәр башлана. Бөгөн беҙҙең парк тулы тормош менән ҡайнап йәшәй. Бында заманса һалынған 15 км оҙонлоғонда велосипед, йүгереү, йәйәү йөрөү юлдары барлыҡҡа килде. Балалар өсөн спорт-уйын майҙансыҡтары, эс-кәмйәләр һәм яҡтыртыу бағаналары ҡуйылған. Бы-нан тыш, парк электр һәм хәүефһеҙлек менән тәьмин итеүҙең яңы системалары менән йыһазландырылған. Парктың ғорурлығы - тулыһынса таҙартылған, ярҙары нығытылған быуа. Хәҙер бында табан балыҡ, һаҙан йәшәй.

Ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятие, ул ваҡытта Дамир Шәүәлиев етәк-ләгән осор, ҡаланы төҙөк-ләндереүгә реаль һәм көслө ярҙам күрһәтте.

Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ.
Читайте нас: