газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2017, 11:34

Бәхет һәр кемдең үҙе менән

Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, намыҫлы эшләп йөрөгән ябай хеҙмәт кешеләре менән данлы ҡалабыҙ. «Салауатнефтемаш» йәмғиәтендә кран машинисы булып хеҙмәт итеүсе Заһиҙә Иҫәнаманова ла уңғандар иҫәбендә. Уға ҡарап ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа был тормошта ир-егеттәрҙән бер ҙә ҡалышмай, ауыр эштәрҙе лә ең һыҙғанып башҡарырға оҫта тиергә мөмкин.

Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, намыҫлы эшләп йөрөгән ябай хеҙмәт кешеләре менән данлы ҡалабыҙ. «Салауатнефтемаш» йәмғиәтендә кран машинисы булып хеҙмәт итеүсе Заһиҙә Иҫәнаманова ла уңғандар иҫәбендә. Уға ҡарап ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа был тормошта ир-егеттәрҙән бер ҙә ҡалышмай, ауыр эштәрҙе лә ең һыҙғанып башҡарырға оҫта тиергә мөмкин.

Заһиҙә Ғәфүр ҡыҙы Бөрйән райо-нының Ғәлиәкбәр ауылынан. Һигеҙ балалы ишле ғаиләлә үҫкән ҡыҙ ауылда мәктәпте тамамлағас, уҡырға ҡайҙа барырға, тип оҙаҡ баш ватмай. Уның теләге тиҙерәк эшләй башлап, ата-әсәһенә ярҙам итеү була. Ул киске училищела крансы һөнәрен үҙләштерә һәм 17 йәшенән үҙенең хеҙмәт юлын башлай. Тәүге осорҙа Оптика-механика заводында деталдәр йәбештереүсе, һуңынан «Салауатгидромаш»та киң профилле станоксы булып эшләй. 2013 йылда «Салауатнефтемаш» йәмғиәтенә кран машинисы булып күсә һәм ошоғаса бында хеҙмәт итә. Ул склад хужалығында металл алып килгән машиналарҙы һәм вагондарҙы бушата, әҙер продукцияны, аппараттарҙы машиналарға тейәп оҙата. Хеҙмәтен күңел биреп башҡара, тиҙәр хеҙмәттәштәре уның хаҡында.

- Тәү ҡарауға эшем ябай ғына кү-ренһә лә, бик хәүефле, шул уҡ ваҡытта яуаплы, - ти Заһиҙә. - Сәнәғәт предприятиеһында эшләү еңел-дән түгел, тырышлыҡ талап ителә. Үҙемә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡарырға тырышам.

Коллективта абруй ҡаҙанған Заһиҙә ғаиләһендә лә бәхетле. Тормош иптәше Вәкил менән 25 йыл бергә ғүмер юлынан атлап, ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло улдары Руслан Яңы Уренгойҙа нефть тармағында эшләй, Өфө дәүләт нефть-техник университетының Октябрьский ҡалаһында ситтән тороп белем дә ала. Ә Вадим - 6-сы класс уҡыусыһы. Ул бер олимпиадаларҙы ла ҡалдырмай, бассейнға ла йөрөй.

«Буш ваҡыттарыңды нисек үткә-рәһең?» - тип һорайым геройымдан. «Китап уҡыйым. Башҡорт романдарын ятлап бөттөм тиерлек», - ти ул. Тағы ла Заһиҙә ҡул эштәренә маһир булып сыҡты.

Бәхет һәр кемдең үҙе менән, тигәндәй, Заһиҙә Иҫәнаманова шулай йәшәүҙән йәм, яратҡан хеҙмәтенән тәм табып йәшәй.


Читайте нас: