газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2017, 15:07

Ғәзиздәрҙән ғәзиз әсәләр

Рәсәйҙә Әсә көнө Дәүләт Думаһының Ҡатын-ҡыҙҙар, ғаилә һәм йәштәр комитеты башланғысы менән Рәсәй Президентының указы нигеҙендә 1998 йылдың 30 ғинуарында булдырыла һәм йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә. Байрам сағыштырмаса йәш булыуына ҡарамаҫтан киң танылыу алып өлгөрҙө. Бөгөн ул һәр өйҙә, һәр ҡалала ҙур күләмдә билдәләнә. Был дата уңайынан “Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә үткән тантана ла ошоға ишара, сөнки тамаша залы кеше менән шығрым тулы булды.

Рәсәйҙә Әсә көнө Дәүләт Думаһының Ҡатын-ҡыҙҙар, ғаилә һәм йәштәр комитеты башланғысы менән Рәсәй Президентының указы нигеҙендә 1998 йылдың 30 ғинуа-рында булдырыла һәм йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә. Байрам сағыштырмаса йәш булыуына ҡарамаҫтан киң танылыу алып өлгөрҙө. Бөгөн ул һәр өйҙә, һәр ҡалала ҙур күләмдә билдәләнә. Был дата уңайынан “Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә үткән тантана ла ошоға ишара, сөнки тамаша залы кеше менән шығрым тулы булды.

Байрам көнөндә сәхнә түренән яң-ғыраған һәр йыр, һәр сығыш ғәзиздәрҙән ғәзиз булған кешеләргә арналды.

- Әсә һөйөүе менән хәстәрлеге беҙҙе ғү-меребеҙҙең тәүге көнөнән башлап йылыта һәм һаҡлай, тормоштоң бар баҫҡыстарын еңел итеп үтергә көс бирә. Беҙҙең ҡалала бөтә яҡтан өлгө булған, гөрләтеп донъя көткән, аҡыллы, тырыш балалар тәрбиәләгән әсәйҙәр, өләсәйҙәр күп. Уларҙың һәр береһе йылы һүҙгә, маҡтауға лайыҡ. Бөгөнгә байрам да ғәзиз кешеләребеҙгә ошондай ихтирам-ҡәҙер күрһәтеү өсөн матур сәбәп кенә, - тине үҙенең ҡотлау телмәрендә Салауат хакимиәте башлығы урынбаҫары Талип Кәлимуллин.

Уның һүҙен ҡеүәтләп сәхнә түренә ғаиләлә лә, эштә лә үрнәк булған, хөрмәт ҡаҙанған гүзәл заттар саҡырыл-ды. Талип Мәҡсүм улы ҡаланың төрлө өлкәһендә тырышып, намыҫлы хеҙмәт итеп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарын Салауат хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Ҡотлауҙар араһын-да күп балалы һәм үҙ ғаиләләренә опекаға, патронатҡа баланы тәрбиәгә алып ҡараусы әсәйҙәрҙе тәбрикләү иң тулҡынландырғысы булды. Рәмилә Сәфәрова, Фәниә Фәйезова, Фәриҙә Ғәлимова, Любовь Алентьева, Гөлназ Шелкина, Зөлфиә Сәлимйәнова, Наталья Романова, Айгөл Еникее-валарҙың исеме яңғырағанда уларҙы халыҡ алҡыштарға күмде. Үҙ ҡанаты аҫтына сит, йәки туғандарының сабыйҙарын алып ҡараусы, бер-ике генә түгел, күп бала табып, уларға бөтә һөйөүен, наҙын бүләк итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарға дан йырларлыҡ шул. Афған, Чечен бәрелештәрендә улдары һәләк булған әсәләргә сабыр, түҙемле, улдары кеүек батыр йөрәкле булыуҙарына рәхмәт һүҙҙәре әйтелгәндә, күптәрҙең күҙҙәре сыланмай ҡалманы. Ҡалалағы Атайҙар советы ағзаларының залдағы гүзәл заттарға рауза сәскәләре бүләк итеүе, балалар баҡсаһына яңы йөрөй башлаған бәләкәстәрҙән алып, сәстәренә сал төшкән ир-егеттәргә тиклем әсәләргә булған һөйөүен йыр, бейеүҙәр аша еткереүе бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.


Читайте нас: