Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2017, 15:13

Кескәйҙәргә һөйөнөс

Быйыл «Ҡала мөхите» программаһы ярҙамында Салауатта әллә күпме ихата биләмәләре тәртипкә килтерелде, балалар майҙансыҡтары булдырылды. Был проектты милекселәр үҙҙәре бойомға ашыра, тип әйтергә лә мөмкин. Сөнки тап граждандар ҡайҙа нимә ремонтларға, нимә төҙөргә икәнлеген асыҡлап, ғариза менән кәрәкле органдарға мөрәжәғәт итә.

Быйыл «Ҡала мөхите» программаһы ярҙамында Салауатта әллә күпме ихата биләмәләре тәртипкә килтерелде, балалар майҙансыҡтары булдырылды. Был проектты милекселәр үҙҙәре бойомға ашыра, тип әйтергә лә мөмкин. Сөнки тап граждандар ҡайҙа нимә ремонтларға, нимә төҙөргә икәнлеген асыҡлап, ғариза менән кәрәкле органдарға мөрәжәғәт итә.

Йылға урамының 7-се һәм 8-се йорттары янында урынлашҡан балалар майҙансыҡтары ла ошо программаға ярашлы төҙөлгән. Яңы бәүелсәктәр, таусыҡтар, төрлө спорт йыһаздары әллә ҡайҙан үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Дүрт йәшлек кескәй Ярослав унда рәхәтләнеп уйнап йөрөй. Үҙе тәтелдәй-тәтелдәй нимәлер һөйләй. Мин уның әсәһе Анастасия менән әңгәмәләшкән арала малай уйынсыҡ машинаға ултырып, атаһы янына эшкә лә барып ҡайтты, әсәһен магазиндар буйлап йөрөтөп, багажнигынан әйберҙәр ҙә бушатып өлгөрҙө. Бына бит нисек күңелле балаларға!

- Беҙ күрше йортта йәшәйбеҙ. Майҙансыҡҡа тәүгә килеүебеҙ. Уйнағаныбыҙға апаруҡ ваҡыт үтһә лә, улымдың ҡайтҡыһы килмәй. Элек ошо урында буяуы ҡубып бөткән, иҫкергән ҡот осҡос бәүелсәктәрҙән башҡа бер ни ҙә юҡ ине. Ә хәҙер, ҡарағыҙ ниндәй гүзәллек! Балаң кинәнеп уйнаһын өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Бындағы яңы йорттарға йәш ғаиләләр күпләп күсеп килә һәм бындай майҙансыҡ төҙөү бик урынлы. Тыуған ҡалаһы, халҡы өсөн битараф булмаған граждандарға һәм етәкселеккә рәхмәт белдерге килә. Киләһе йылға беҙҙең йорт та проектҡа инергә тейеш. Шулай булһа, өйҙән йыраҡ китмәйенсә уйнарға сыға аласаҡбыҙ, - тип үҙ фекерҙәрен белдерҙе йәш әсә.

Ысынлап та, майҙансыҡ заманса талаптарға ярашлы итеп урынлаштырылған, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә күҙ уңынан ысҡындырылмаған. «Торлаҡ йорт» идаралығы директоры Урал Әлибаев та проектты хуплай.

- Бик кәрәкле, уңышлы программа. Дөйөм эш кешеләрҙе берләштерә, улар араһында татыулыҡ, дуҫлыҡ булдыра. Балаларҙың уйнағандарын күреп күңел ҡыуана. Улар - беҙҙең киләсәк. Алдағы йылдарҙа ла проектта ҡатнашырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл артыр, тип ышанабыҙ. Йылға урамының 8-се йортондағы майҙансыҡ Республика көнөнә асылды. Башҡарып бөтөрөлмәгән эштәр ҡалды әле. Киләһе йылға ерҙе тигеҙләп, газон ултыртырға иҫәп тотабыҙ, - тип пландары менән уртаҡлашты Урал Сабирйән улы.

Матурлыҡты һаҡлап, ҡәҙерләһәң генә, ул оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк. Шуны онотмаҫҡа кәрәк.


Читайте нас: