Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2017, 15:23

«Рәхмәтлебеҙ, әсәй, һиңә ғүмергә»,

Зәйтүнә Көҫәпова йөрәге аҫтында бер түгел, ике бала йөрөтөүен белмәй ҙә ауырлы сағында. Ул ваҡытта, әлеге кеүек, заманса ҡорамалдар, тикшеренеүҙәр юҡ. Алдан дауаханаға һалалар. Шунда ғына тәжрибәле врач игеҙәк балаларының тыуасағын әйтә. Ысынлап та, 1966 йылдың йәмле йәй айында Зәйтүнә апай ике улын күкрәгенә ҡыҫа.

Зәйтүнә Көҫәпова йөрәге аҫтында бер түгел, ике бала йөрөтөүен белмәй ҙә ауырлы сағында. Ул ваҡытта, әлеге кеүек, заманса ҡорамалдар, тикшеренеүҙәр юҡ. Алдан дауаханаға һалалар. Шунда ғына тәжрибәле врач игеҙәк балаларының тыуасағын әйтә. Ысынлап та, 1966 йылдың йәмле йәй айында Зәйтүнә апай ике улын күкрәгенә ҡыҫа.
- Игеҙәк булһалар ҙа, төҫ-башы, холоҡтары менән дә бер-береһенә бөтөнләй оҡшамағандар. Тик шуныһы бар: икеһе лә эшһөйәр, тыныс холоҡло, мәрхәмәтле, иғтибарлы. Азамат улым - аралашыусан, йылғыр, баҫҡан ерендә ут сығара. Унда етәкселек итеү һәләте бар, телгә лә оҫта. Ә Азатым, киреһенсә, аҙ һүҙле, үҙ яйына ғына эшен бөтөрөп йөрөй, тырыш, уңған. Аллаға шөкөр, улдарымдан уңдым. Бөтә көсөңдө, йөрәк йылыңды һалып үҫтергән сабыйҙарыңдың һиңә изгелекле булыуы бик ҡыуаныслы. Ҡайһы берҙә йомош ҡушырға ла ҡурҡып торам, сөнки әйтеүем була - бар эштәрен ташлап, үтенесемде башҡарырға керешәләр. Бар әсәләргә лә балаларынан бары рәхмәт һүҙҙәрен генә ишетергә яҙһын ине, - ти ғәзиздәре хәстәрен тойоусы Зәйтүнә апай.
Улдары ла әсәйҙәренә булған хистәрен йәшермәй, уның тураһында бик йылы фекерҙәләр.
- Һәр кемгә үҙ әсәһе ҡәҙерле булһа ла, беҙҙеке ер йөҙөндә иң яҡшыһы, иң матуры кеүек. Уға мәңге рәхмәтлебеҙ, һәр ваҡыт өҙгөләнде, борсолдо. Германияла хеҙмәт иттек, хатта шул ваҡытта ла яныбыҙға килде. Яҡшыны - ямандан, ысынды ялғандан айырырға ла ул өйрәтте, лайыҡлы белем бирҙе. Тырышып эшләне, көсөн йәлләмәне. Хәҙер иһә, киреһенсә, беҙ уның тураһында хәстәрлек күрергә тейеш. Әсәйебеҙҙе матур байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Хоҙай Тәғәлә иҫәнлегенән айыр-маһын, оҙон ғүмер, именлек насип итһен ине, - тигән теләктәрен еткерҙе улдары Азамат менән Азат.
Бына ул - әсә ғорурлығы!
Зәйтүнә апай, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, спорт менән әүҙем шөғөлләнә, намаҙын да ҡалдырмай. Ике тапҡыр хажға барып ҡайтҡан. Беҙҙең гәзиттә уның фәһемле һәм ғибрәтле мәҡәләләре даими баҫыла. Әлеге көндә Зәйтүнә Зиннәт ҡыҙы балалары өсөн һөйөклө әсәй, ейәнсәрҙәренә хәстәр-лекле өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерә.
Читайте нас: