газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2017, 15:42

Остоҡ ҡәләм алып ҡулдарыма, Аҡ шиғырҙар ҡоям - көмөштән

Ҡала халҡына яҡшы таныш,«Сатҡылар» әҙәби берекмәһе етәксеһе, бик күп йырҙар һәм шиғырҙар авторы Нәзирә апай Ишҡолова менән әңгәмәләшкәндән һуң оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙым. Ҡәләм тирбәлтеүселәрҙең күбеһе шиғыр яҙыу донъя ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә, ти. Әллә был ысынлап та шулаймы? Юғиһә, Нәзирә апай иңдәренә төшкән ҡайғыларға ҡаршы тора алыр инеме икән? Шағирә үҙе лә, ошо ижадым булмаһа, күпкә ҡыйынға тура килер ине, ти. Шиғриәт донъяһына бик иртә килә ул.

Ҡала халҡына яҡшы таныш,«Сатҡылар» әҙәби берекмәһе етәксеһе, бик күп йырҙар һәм шиғырҙар авторы Нәзирә апай Ишҡолова менән әңгәмәләшкәндән һуң оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙым. Ҡәләм тирбәлтеүселәрҙең күбеһе шиғыр яҙыу донъя ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә, ти. Әллә был ысынлап та шулаймы? Юғиһә, Нәзирә апай иңдәренә төшкән ҡайғыларға ҡаршы тора алыр инеме икән? Шағирә үҙе лә, ошо ижадым булмаһа, күпкә ҡыйынға тура килер ине, ти. Шиғриәт донъяһына бик иртә килә ул.

- Күп балалы ғаиләлә өсөнсө сабый булып донъяға килгәнмен. Әсәйемдең минән алдағы ике балаһы үлгән. Шуға бик ҡайғырып йөрөнөмө икән, донъяға хислерәк булып тыуғанмын. Күрәһең, бойоғоп, гел йыр һуҙып йөрөгәндер инде, мәрхүмә. Бала саҡта әсәйемдең йырҙарын ишетеп, тыңлап үҫтем. Эстән генә, мин ошо йырҙың һүҙҙәрен нисегерәк итеп яҙыр инем икән, тип уйлай торғайным. Күрше ауылға йөрөп уҡыған саҡ. Бишенсе класта инем, Муса Йәлилдең кисәһе булды. Туғыҙынсы класта уҡыған ҡыҙ шиғыр һөйләй:

- Мин уяндым, урыным шул уҡ төрмә,

Шул уҡ бығауҙар.

Баш осомда килер ҡайғыларым

Уяныр тип көтөп торғандар.

Шул тиклем мөкиббән китеп тыңлағанмын, күҙҙәремдән йәш аға. Кире ауылға ҡайтҡан саҡта шул шиғырҙың һүҙҙәрен иҫемә төшөрә алмай бер булдым. Ҡабат-ҡабат иҫемә төшөрөп, барыбер осона сыҡтым. Шиғыр яҙа башлауым ошо ваҡиғанан һуң башланды. Был турала бер кемгә лә әйтмәйем, ижад ителгәндәрен йәшереп кенә һаҡлайым. Бер көн класта ҡуйын дәфтәремде онотоп ҡалдырғанмын. Өлкән класс уҡыусылары табып, уҡытыусыға биргән. Икенсе көнөнә мине тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Хәниф ағай саҡырып алып: «Нәзирә, нишләп талантыңды йәшерәһең? Һин бит буласаҡ шағирә», - тине. Шунан һуң шиғырҙарымды «Пионер» гәзитенә ебәрҙем, уңышлы ғына баҫылып сыҡты, - тип хәтирәләргә бирелде Нәзирә апай.

Хәҙер инде оҫта ҡәләм тирбәлтеүсенең шиғырҙарында тыуған яҡ, мөхәббәт, тәбиғәт темалары урын алған. Донъя күргән китаптарының атамаларына иғтибар итһәң дә, уларҙың һауанан, буштан-бушҡа яҙылмауын аңларға була: «Зәңгәр сәскәләр», «Йән әрнеткән һағышым», «Шишмә моңо», «Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ».

- Шиғыр яҙыу - ул күңелдең хисе. Шул хис тотҡарланып торһа, әҫәр тыумай. Ә асыла икән, ул, киреһенсә, үҙенән-үҙе урғыла. Мин булған хәлдәр, факттар нигеҙендә яҙам, шулай ижад итеү еңелерәк. Уйланып, ваҡиғаларҙы үҙеңдең күңелең аша үткәреп, уҡыусыларҙың йөрәк ҡылдарын сиртерлек итмәһәң, әҫәр һутлы булмай, ҡоро килеп сыға. Әле бишенсе китабымды Тамара Искәндәриә тикшерә һәм тағы ла ике повесым бар, - ти ул.

Нәзирә Ишбулды ҡыҙы шиғыр яҙып ҡына ҡалмай, уға көйҙәр ҙә һала икән. Уның йырҙары әле танылған йырсылар башҡарыуында радио-телевизорҙарҙан йыш ишетелә.

- Шиғырҙы көйләп яҙырға ғәҙәтләнгәнмен. Моңһоҙ шиғыр булмай. Һеңлемдең улы өйләнгәс, яныма килгән дә: «Инәй, никахҡа берәй шиғыр яҙып бир әле», - тине. Шиғырын ғына түгел, туйына көй ҙә яҙып алып барҙым. «Аҡлан ситендә ҡыҙарған балан» тигән ошо йыр киң таналыу яуланы, - ти шиғырҙарға көй һалыусы.

2003 йылда ғәзиз балаһы - улын ер ҡуйынына һалғас, ҡайғылары йөрәген йыртып сыға һәм ул бөтә әрнеү-һағыштарын йыр юлдарына һалып, фонограммалар яҙҙырта башлай. Тимәк, уның был шөғөлөнә теүәл 14 йыл. Ошо дәүер эсендә 90-дан ашыу йыр ижад ителеп, сәхнә түренән урын алған. Уның йырҙарын ҡалабыҙҙың гәлсәр һандуғасы, Нәзирә апайҙың бер туған һеңлеһе Зөлфиә Бирҙеғолова бик матур башҡара. Айырыуса «Балан», «Осратҡанға һине үкенәм» йырҙары тамашасы күңеленә яҡын.

Мәҡәлә геройымдың тормош юлы еңелдән булмаған, яҙмыш уға һынауҙарҙың да иң хәтәрен биргән: мәктәпте тамамлағас та кейәүгә сығып, донъя мәшәҡәттәренә сумыу, тормош иптәшенең фажиғәле үлеме, йәшләй генә тол ҡалыу, берҙән-бер улын юғалтыу ғазабына дусар булыу, кейәүен машина бәрҙертеп вафат булыуы, үҙенең яҙмышын ҡабатлағандай, ҡыҙының тол ҡалыуы, ахыр килеп, былтыр

ҡыҙы менән кейәүенең һыуға батып, фани донъяларға китеүе, ғәзиз балаларҙың етем ҡалыуы... Барыһы ла бер йөрәккә төшә. Нәзирә апай әйтеүенсә, ошо ижады булмаһа, ҡайғыларҙан ныҡлы бөгөлөр ине. Ижад итеү миңә йәшәргә, хәсрәттәрҙән арынырға, алға табан ғорур барырға көс бирә, ти. Тәүге ире үлеп, йәшләй генә тол ҡалғас яҙылған шиғырында ла шулай тиелә бит.

Киттең минән, ауырлыҡтар өҫтәп,

Ҡалһам да мин бер үҙем,

Баш эймәнем кеше теҙҙәренә,

Ғәйәт ғорур булды күңелем.

Ижад кешеһе булыуға ҡарамаҫтан, ул хеҙмәт юлын башҡа өлкәлә үтә. Тәүҙә техникум, һуңғараҡ институт тамамлап, иҡтисадсы һөнәрен ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул бер ваҡытта ла тыумыштан бирелгән һәләтен - матур итеп шиғыр-йырҙар яҙыуҙан бер ваҡытта ла айырылмаған. Бер урғылған ижад шишмәһе мәңге һүрелмәй ул, тине Нәзирә Ишбулды ҡыҙы.

Читайте нас: