газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 17:14

«Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» исемлегендә

Ҡалабыҙҙың күп функциялы дауаханаһы иң оҙайлы төҙөлөш юлы үткән объекттарҙың береһе. Ул 1987 йылда һалына башлай, уның хирургия бүлеге 2004 йылда сафҡа инә, 2006 йылда аҙыҡ блогы, кер йыуыу цехы, патологоанатомия бүлеге файҙаланыуға тапшырыла.

Ҡалабыҙҙың күп функциялы дауаханаһы иң оҙайлы төҙөлөш юлы үткән объекттарҙың береһе. Ул 1987 йылда һалына башлай, уның хирургия бүлеге 2004 йылда сафҡа инә, 2006 йылда аҙыҡ блогы, кер йыуыу цехы, патологоанатомия бүлеге файҙаланыуға тапшырыла.

Тағы ла бер корпусының төҙөлөшө ике тиҫтә йылдан ашыуға һуҙыла. Тик 2014 йылда ғына республика етәкселегенең булышлығы менән эштәр тергеҙелә. Былтыр дүрт һәм алты ҡатлы корпустар сафҡа индерелде. Яңы һулыш алған корпус бөгөн заманса кимәлдә эшләй.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Салауатҡа эшлекле сәфәре менән килеп, яңы дауахананың эше менән танышҡанда ундағы шарттарҙың юғарылығын баһалап үткәйне. Әммә уның янындағы бынан тиҫтә йылдар элек төҙөлгән корпустар заман талаптарына яуап бирмәй, тигәйне ул.

- Уларҙың үҙ ваҡытында насар итеп төҙөлөүе ҡыҙғаныс. Хәҙер уларҙы ҡабаттан төҙөкләндереү өсөн ҙур суммала аҡса талап ителә. Эҙләйәсәкбеҙ, табасаҡбыҙ һәм 2020 йылға Салауат ҡалаһында заманса, бөтә талаптарға яуап биргән медицина комплексын булдырыуҙы ҡараясаҡбыҙ, - тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.

Һуңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин “2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Башлығы иҫтәлекле дата хөрмәтенә “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” тигән киң күләмле акцияны тор-мошҡа ашырырға тәҡдим итте. Улар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт учреждениелары, социаль, юл, инженер инфраструктураһы объект-тары булырға тейеш. Йәғни өс йыл эсендә йәмғиәтебеҙҙә ҡала һәм ауылдарҙа тормошто яҡшыртырға һәләтле яңы ҙур объекттар төҙөү зарур. Йәмәғәтселек был идеяны хуплап ҡаршы алды, хөкүмәткә үҙ тәҡ-димдәрен индерҙе. Бөгөн исемлектә бөтәһе 102 объект билдәләнгән. Улар араһында Салауат ҡалаһының күп функциялы дауаханаһы ла бар. Шулай булғас, социаль әһәмиәтле дауахананың, республика етәксеһе әйткәнсә, заманса һаулыҡ һаҡлау комплексына әйләнеүенә өмөт ҙур
Читайте нас: