Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 17:12

Ата-әсәле сабыйҙың тәрбиәһе лә башҡаса

Һәр баланың ата-әсәле булыуы зарур. Төрлө сәбәптәр менән сабыйҙар үҙ ата-әсәләренән мәхрүм ҡалһалар ҙа, опека һәм бағыусылыҡ органдары уларҙы ғаиләләргә урынлаштырырға тырыша. Иң мөһиме, балаға унда яҡшы булырға тейеш. Бәләкәстәрҙең киләсәге тураһында ҡайғыртыусы белгестәр һәр ваҡыт ошо бурысты күҙ уңында тотоп эш итә. Был хаҡта Салауат ҡалаһының опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Наталья Кочетковская менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Һәр баланың ата-әсәле булыуы зарур. Төрлө сәбәптәр менән сабыйҙар үҙ ата-әсәләренән мәхрүм ҡалһалар ҙа, опека һәм бағыусылыҡ органдары уларҙы ғаиләләргә урынлаштырырға тырыша. Иң мөһиме, балаға унда яҡшы булырға тейеш. Бәләкәстәрҙең киләсәге тураһында ҡайғыртыусы белгестәр һәр ваҡыт ошо бурысты күҙ уңында тотоп эш итә. Был хаҡта Салауат ҡалаһының опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Наталья Кочетковская менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Наталья Михайловна, ни өсөн беҙҙең йәмғиәттә ата-әсәләре иҫән булып йәтим, ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар күп?

- Салауатта 2017 йылдың 1 октябренә ҡарата ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған етемдәр һаны 398 кеше тәшкил итте. Ҡалала 30 612 бала булһа, был уларҙың 1,3 проценты тигән һүҙ. Ә 2016 йылда 404 бала ине. Күрһәткес 2013 йылдан алып кәмеүгә бара. Етем ҡалыу осраҡтарының 28 про-центы ата-әсәләренең үлеме арҡаһында, 5 проценты ата-әсәләренең ауырыуҙарына бәйле тәрбиәләүҙәге тотҡарлыҡтарҙан, 67 проценты балаларын ҡарауҙан баш тартыуҙан, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүҙән, йәки хөкөм ителеүенән килеп сыға. Күреп тораһығыҙ, сәбәптәрҙең күбеһе ата-әсәләрҙең алама тормош рәүеше алып барыуы менән бәйле.

- Һуңғы йылдарҙа опека бүлеге ярҙамы менән күпме бала яңы ғаилә тапты?

- Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу әле лә актуаль булып ҡала. Был һорауға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ. 2015 йылда 63 сабый ата-әсәле булды, 2-әү уллыҡҡа алынды. 2016 йылда 55 сабый ғаиләгә урынлаштырылды, 11 ҡыҙ һәм малайҙы уллыҡҡа алдылар. 2017 йылда иһә опекаға һәм тәрбиәләүгә ғаиләгә 54 сабый ебәрелде, 8 бала уллыҡҡа алынды.

- Уллыҡҡа алыусы, опекун һәм аҫрауға алыусы ата-әсә нимәһе менән айырыла?

- Уллыҡҡа алыу (ҡыҙлыҡҡа алыу) - ғаиләгә бөтә хоҡуҡтары һәм бурыстары менән ҡәрҙәш-лек хоҡуғында сабыйҙы алыу. Был ата-әсә баланың тормошо һәм үҫеше өсөн ҙур яуап тота. Уллыҡҡа алыу буйынса ҡарар суд тарафынан ҡабул ителә. Баланы ҡарау тулыһынса уллыҡҡа алыусыға йөкмәтелә.

Опека - баланы тәрбиәлә-неүсе хоҡуғында ғаиләгә алыу. Опека 14 йәшкә тиклемге балаларға бирелә, а бағыусы-лыҡ - 14 - 18 йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарауға. Опека органдары сабыйҙың йәшәү шартын, тәрбиәләнеүен, беле-мен даими күҙәтеү аҫтында тота. Опека билдәле ваҡытҡа йәки сикләүһеҙ ваҡытҡа бирелә. Баланы аҫрауға аҡсаны дәүләт бүлә, шул уҡ ваҡытта ул белем биреүгә, ял иттереүгә, дауалауға ярҙам ҡулы һуҙа.

Башлыса уллыҡҡа алыуға һәм опекаға туғандарына биреү мөмкинлеге булмағанда сабыйҙы аҫрауға алыусы ғаиләгә бирәләр. Бындай ғаилә балалар йортон йәки приютты алыштыра. Баланың бындай ғаиләгә ҡалдырыу ваҡыты киле-шеүҙә билдәләнә һәм ул сабыйға 23 йәш тулғансы дауам итә ала. Баланы аҫрау дәүләткә йөкмәтелә, әммә, опекундарҙан айырмалы рәүештә, аҫрауға алған ата-әсә үҙенең бурысын бушлай башҡара.

- Урамдан табып алынған балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабыйҙар ҡайҙа эләгә?

- Дүрт йәшкә тиклемге ташландыҡ балаларҙы тәүлек әйләнәһенә һаулыҡ һаҡлау идаралығы органдары һәм медицина ойошмалары ҡабул итә. Беҙҙә тәүге этаптағы бурысты Салауат ҡалаһының балалар дауаханаһы үтәй. Артабан сәбәптәр асыҡланғандан һуң сабый кире үҙенең ғаиләһенә ҡайтарылыуы мөмкин йәки ата-әсәһен алыштырырлыҡ ғаиләгә, йә иһә Башҡортостан Республикаһының сабыйҙар йортона ебәрелә. Дүрт йәштән өлкәндәр социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларына, балаларға социаль ярҙам үҙәктәренә йү-нәлтелә. Беҙгә иң яҡыны Ишем-бай районында урынлашҡан.
Материалды тулыһынса гәзит биттәрендә уҡығыҙ
Читайте нас: