газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2017, 11:41

Ғаилә - үҙе бер дәүләт

Шуныһы ҡыуаныслы, бөтә яҡтан да уңған, заман менән бергә атлап, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған ғаиләләр арта бара. Миңлегөл һәм Мөҙәрис Әбүбәкеровтарҙың ғаиләһе лә бик күптәр өсөн өлгө булып тора.

Шуныһы ҡыуаныслы, бөтә яҡтан да уңған, заман менән бергә атлап, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған ғаиләләр арта бара. Миңлегөл һәм Мөҙәрис Әбүбәкеровтарҙың ғаиләһе лә бик күптәр өсөн өлгө булып тора.

Мөҙәрис Батырша улы Стәрлебаш районының Шәкәр ауылы егете, ә Миңлегөл Миҙхәт ҡыҙы ошо уҡ райондың Баҡый ауылынан. Улар икеһе лә донъялағы бөтә матурлыҡ та яҡшылыҡтан барлыҡҡа килеүен бала саҡтан белеп үҫкән. Шуға ла яҙмыш уларҙы ҡауыштырғандыр ҙа.

Хеҙмәт юлын Мөҙәрис үҙенең тыуған ауылында физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Урал дәүләт физик культура академияһында ситтән тороп уҡырға ла ваҡыт таба ул. Ошо осорҙа Миңлегөл шул уҡ ҡалала бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Бер үк ҡалала белем алып йөрөһәләр ҙә, улар барыбер үҙ районында танышып ҡауыша.

Ирмен тигән ир кешенең ул үҫтерергә, ағас ултыртырға, йорт һалырға тейешлеге хаҡында халҡыбыҙҙың бик тапҡыр әйтеме бар. Мөҙәрис тә ошо хәҡиҡәттең барыһын да теүәл үтәгән өлгөлө ғаилә башлығы. Улар өйләнешеп, ауылда ун йыл тирәһе донъя көткәндән һуң, Салауатта фатир алып, ошо ҡалала төпләнә.

Татыу ғаиләлә өс бала үҫә. Улар барыһы ла ҡалабыҙҙың 25-се башҡорт гимназияһында белем ала. Нургиз улдары һигеҙенсе класта уҡый. Ул матур итеп һүрәт төшөрөргә ярата. Алтынсыла уҡыған Нурияна бейеү түңәрәгенә йөрөй, тағы ла ул сәйлән менән биҙәргә, сигеү сигергә лә оҫта икән. Бәләкәй Нурания йырларға әүәҫ, йырсы булырға хыяллана.

- Бала үҫтереү күп көс талап итһә лә, ошо бәләкәстәр арҡаһында кисергән шатлыҡтарҙы нимәгәлер алмаштырып буламы һуң?! – ти Миңлегөл. – Инде бына буй етеп, ҡул араһына ла инделәр, үҙҙәре беҙгә ярҙамсы, үҙ аллылар.

Әлеге көндә ғаилә башлығы Төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары заводында технологик ҡулайламаларҙы ремонтлау буйынса слесарь булып эшләй. Ә Миңлегөл медицина өлкәһендә хеҙмәт итә. Икеһе лә эшләгән урындарында хөрмәт ҡаҙанған.

Эштән һуң улар бар иғтибарын балаларына бағышлай. Йышыраҡ ауылға ҡайтып, баҡса эштәрендә булышалар, кескәйҙәрен дә бәләкәйҙән хеҙмәткә йәлеп итәләр. Бөтә ғаилә менән бергә эшләргә лә һәм ял итергә лә ваҡыт табалар. Улар йәмле йәй көндәрендә ҡайҙа ғына булмаған, матур тәбиғәтле республикабыҙҙы бер осонан икенсе осона урап сыҡҡан.

“Балаларҙы нисек рухлы итеп үҫтерергә?” – тигән һорауыма улар икеһе лә бер һүҙҙән: “Иң мөһиме - башҡорт гимназияһында уҡыу, өйҙә тик үҙ телеңдә һөйләшеүҙер. Балаларға шәжәрәбеҙҙе өйрәтәбеҙ”, - тиҙәр.

Минеңсә, бәхет күктән төшмәй. Бер билдәле кеше әйтеүенсә, бәхетле булғың килһә, бул һуң! Бәхеткә ынтылып йәшәгән Әбүбәкеровтар яҙмышын үҙҙәре төҙөп, тулы тормошта йәшәй. Һәр тыуған көнгә ҡыуанып, булғанына шөкөр итеп көн итеүе – ошоға асыҡ миҫал.
Читайте нас: