газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2017, 11:06

“Салауат” - иң яҡын дуҫым

Матбуғатта ҡыҙыу осор башланыу менән, гәзит-журнал һөйөүселәр яратҡан баҫмаһына һуңламай яҙылып ҡалырға тырыша. Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы Миңнур Ғәбитова ла «Салауат»ҡа яҙылып, уҡыусылар һанын арттырҙы. Ул гәзитебеҙҙе тәүге һанынан алдыра, бөгөнгө көндә лә унан айырылмай.

- Үҙем Ишембай районы Уразбай ауылынан. «Салауат»тың донъя күреүенә ауылдашым, абруйлы һәм танылған шәхес Мөхтәр Сабитов булышлыҡ итте. Ҡалала башҡорт гәзитенең тәүге һандары ниндәй ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар менән сығарылыуы мәғлүм. Шуға күрә, һалынған көс, тырышлыҡ бушҡа китмәһен өсөн, берҙән-бер милли баҫмабыҙҙы һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ. Айырыуса балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусылар әүҙемлек күрһәтергә тейеш.

Шәхсән минең өсөн «Салауат» гәзите - иң яҡын дуҫым. Гәзиттең ҡасан, нисәлә алып килеүҙәрен белеп торам. Билдәле сәғәт һуғыу менән почта йәшнигенә ашҡынам. Тик бына баҫманың яңы йылдан һуң аҙнаһына бер тапҡыр ғына сығыуы борсой мине. Гәзит бик оҡшай. Илдә, республикала, ҡалала барған хәл-ваҡиғаларҙы ваҡытында беләбеҙ. Айырыуса «Унан, бынан, тегенән» яңылыҡтар бағанаһы, күптән түгел генә донъя күргән «Кәрәге тейер әле» тигән рубрика бик оҡшай. Бик файҙалы, яҡшы мәғлүмәттәр бар. Үҙемә кәрәклеләрен киҫеп алып, айырым дәфтәргә йыйып барам. «Салауат» гәзитенең киләсәктә дуҫтарының күп булыуын, тиражы артыуын теләйем. Ҡаланы төҙөүселәр, ябай кешеләр, өлгөлө ғаиләләр тураһындағы мәҡәләләр йышыраҡ донъя күрһен. Мәктәп уҡытыусыларының һәм уҡыусыларының ижадын гәзит битендә күреүебеҙгә шат булыр инек, - тигән теләктәрен еткерҙе Миңнур Иҙрис ҡыҙы.

Читайте нас: