газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2017, 12:33

Араларҙы тоташтырыр күпер

Салауат ҡалаһындағы аҫылмалы күпер тәғәйенләнеше буйынса әһәмиәтле генә түгел, иҫтәлекле, матур урындарҙың береһе лә булып иҫәпләнә. Туйҙарын үткәргән йәштәр бында килеп фотоға төшә, йәйен-ҡышын ял итергә килеүселәр йылға буйының матур тәбиғәте менән һоҡлана.

Салауат ҡалаһындағы аҫылмалы күпер тәғәйенләнеше буйынса әһәмиәтле генә түгел, иҫтәлекле, матур урындарҙың береһе лә булып иҫәпләнә. Туйҙарын үткәргән йәштәр бында килеп фотоға төшә, йәйен-ҡышын ял итергә килеүселәр йылға буйының матур тәбиғәте менән һоҡлана.

Ярты быуат хеҙмәт иткән күпер аша нисә быуын салауаттар үткәндер. Быға тиклем уға ваҡ-төйәк ремонт яһап торҙолар. Шулай ҙа ваҡыт үҙенекен итә, 50 йыллыҡ күпергә лә ҙур нығытыу, йүнәтеү эштәре талап ителеүе асыҡланды. Быйыл уның аша үтеүҙе тыйып, ябып ҡуйҙылар. Ошо хәлдә ул йәй буйына торҙо, кешеләр үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, уның аша йөрөүҙе дауам да итте. Һуң булһа ла, уң булһын тигәндәй, ниһайәт, көҙ еткәс, уны ремонтлауға тотондолар. Әлеге ваҡытта «Ҡала мөхите» проекты сиктәрендә күперҙе йүнәтеү буйынса ҡыҙыу эштәр бара. Яуаплы ла, ауыр бурыстарҙы үҙ өҫтөнә «Нефтехимпроект» йәмғиәте алған. Улар баҫманы тотоп, тарттырып тороусы арҡандарҙы, яндауырҙарҙы нығыта, ҡайһы берҙәрен алыштыра, буяй, ярҙан күпергә менә торған баҫҡыстарҙы яңырталар, инвалидтар өсөн пандустар ҙа эшләнә. Шулай уҡ күпергә яңы ағас таҡталар һалына. Ҡала хакимиәте эштәрҙең сифатлы һәм ваҡытында башҡарылыуын һәр саҡ күҙәтеү аҫтында тота. Эштәрҙе тапшырыу срогы тип 8 декабрь тип билдәләнгән. Ойошманың участка начальнигы Рәил Сәхәүетдинов эштәрҙе ваҡытынан алда тапшырырға вәғәҙәләй. Шулай булғас оҙаҡламай күпер үҙенең яңы йөҙө, ышаныслы нығытмалары менән халыҡты шатландырыр, тип ышанғы килә.

Ҡалабыҙҙың Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Таис Колышев был аҫылмалы күпер тураһында бына нисек иҫкә ала:

- 60-сы йылдарҙа Ағиҙел йылғаһы буйында ҡотҡарыу станцияһы тирәһендә ҡырсынташты сортлау фабрикаһы эшләне. Унан Ағиҙел йылғаһы буйлап Муса ауылы, урман һатыу базаһы, ағас эшкәртеү комбинаты аша автомобиль һәм тимер юлы үтте. Ул йылға буйында ял итеүсе кешеләргә ныҡ тауышлы һәм саңлы булыуы менән ҡамасауланы. Ҡала халҡы тимер юлын ябыуҙы, йәки ял зонаһын икенсе ярға күсереү тураһында һорай башланы. Уларҙың үтенесенә Алаҡай ауылы кешеләре лә ҡушылды, сөнки уларҙың күбеһе Салауатҡа эшкә йылға аша йәйен - борам, ә ҡышын боҙҙан йөрөй ине. Ҡала етәкселеге Ағиҙел аша аҫылмалы күпер төҙөргә ҡарар итте һәм йыл ярым эсендә ул эшләп ҡуйылды. Бөгөнгө көнгә тиклем уның йөҙө үҙгәртелмәй шулай һаҡланып килә. Уның проектын «Ленгипрогаз» әҙерләне, «Салауат төҙөлөш» тресты һалды. Күперҙе 1967-1968 йылдарҙа һуҙҙылар. 1970 йылда тимер юлын алып ташланылыр. Һуңынан фабрика ла һүтелде. Хәҙер уның урынында сәскәләр үҫә. Ул производствоның булыуы хаҡында йылға ярындағы карьер ғына хәтерләтә.


Читайте нас: