газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2017, 13:31

Мине юлдар, юлдар саҡыра

Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе автотранспорт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Руль артында ултырыу ныҡлы иғтибар, уяулыҡ, ҡыйыулыҡ талап итә. Водитель булып эшләгәндәр быны бик яҡшы аңлай.

Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе автотранспорт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Руль артында ултырыу ныҡлы иғтибар, уяулыҡ, ҡыйыулыҡ талап итә. Водитель булып эшләгәндәр быны бик яҡшы аңлай.

Атаһының техника менән булышыуын күреп үҫкән-гәме, Азамат Ғүмәров бәләкәйҙән водитель булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағас, теләге буйынса һөнәр ала. Бына ике тиҫтәнән ашыу йыл инде ул яратҡан эшенә тоғро ҡала. Әле ул бөтә төр техникаға ла идара итә белә. Самолет булһа, унда ла осоп китер инем, тип йылмая Азамат. Тырыш егет машинаһын үҙе йөрөтә, үҙе йүнәтә, уның һәр ваҡыт төҙөк булыуын хәстәрләй.

- Тимер атты ҡарап, тәрбиәләп тормаһаң, ҡаршылаша ла ҡуя. Күңел һалып башҡарһаң, эштең ауырлығы һиҙелмәй. Үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Яратҡан һөнәрең булыу - бәхет ул, - ти Азамат Ғүмәров.


Читайте нас: