газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2017, 14:07

Хеҙмәттәре һаҡлай хәүефтән

Бәлә алдан хәбәр итеп килмәй, ул кисекмәҫтән ябырыла: ҡапыл ғына ғәрәсәт ҡубып, бер минут эсендә донъяңды юҡҡа сығарһынмы, юҡтан ғына ут тоҡанып, бар мөлкәтең көл-күмергә әйләнһенме, һыу баҫһынмы. Кеше бәләгә тарығанда юғалып ҡала, ҡаушап төшә. Бына ошондай мәлдәрҙә, тәү сиратта, ҡала хакимиәтенең граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығы ярҙамға ашыға. Уның начальнигы Рәлиф Ғәлиев эшмәкәрлектәре менән яҡынданыраҡ таныштырҙы.

- Граждандар оборонаһы - дәүләтебеҙҙең мөһим функцияларының береһе, оборона төҙөлөшөнөң һәм ил халҡы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Төп бурыс - халыҡтың именлеген һаҡлау, бәлә-ҡазалар­ҙы иҫкәртеү. Идаралыҡҡа өс бүлексә ҡарай: берҙәм диспетчер хеҙмәте, эҙләү-ҡотҡарыу отряды һәм оператив эш буйынса бүлек. Уларҙың һәр береһенә яуаплы эш йөкмәтелгән. Әммә киҫкен хәлдәр килеп тыуғанда был минең эш түгел тимәйҙәр, һәр ҡайһыһы ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға ашыға. Әйтәйек, янғын сыҡты, ти. Утты янғын һүндереү машинаһы һүндерһен тип, ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, ә фажиғә урынына юлланабыҙ. Юл-транспорт ваҡиғаһы, йорт эсендә газ еҫе сыға, ағас ауған, оло йәштәге кеше ишекте асмай, бүлмәгә бала бикләнгән, фатирҙа һыуыҡ - барыһы ла беҙгә мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтәбеҙ, күнекмәләр үткәрәбеҙ, аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Ғөмүмән, эшмәкәрлегебеҙ күп яҡлы. Тағы бер ҡабатлайым, беҙҙең төп эшебеҙ - халыҡҡа хеҙмәт итеү. Ысын ярҙамға мохтаждарҙың үтенесен кире ҡағырға хаҡыбыҙ юҡ. Кешеләрҙең уяу булыуы яҡшы, әлбиттә. Әммә юҡ-бар, буш шылтыратыуҙар булмаһын ине. Был эшебеҙҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Сөнки һәр мөрәжәғәткә яуап бирергә тейешбеҙ, - тигән теләктәрен еткерҙе Рәлиф Шәмсетдин улы.

Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡтың мөһим бүлексәһе - «112» берҙәм диспетчер хеҙмәтенә айырым туҡталып үтмәй булмай. Сөнки ул, ысынлап та, халыҡ өсөн кәрәкле. Элек, мәҫәлән, ашығыс ярҙам, полиция саҡыртыу өсөн айырым һандар буйынса шылтыратыу кәрәкһә, хәҙер иһә 112 һандарын йыйып та, үҙеңде борсоған һорауыңды еткерергә була. Ошо бүлек етәксеһе Ольга Гефенидер әйтеүенсә, улар тәүлегенә меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итә.

- Беҙҙең хеҙмәт 2007 йылда барлыҡҡа килде. Бурысыбыҙ - халыҡтың һорауҙарына яуап биреү, ярҙам итеү. Телефон трубкаһының тынғаны ла юҡ. Айырыуса ял, байрам көндәрендә уларҙың һаны бермә-бер арта. Сменалағы дүрт кеше тәүлек әйләнәһенә хеҙмәттә тора. Шуныһы күңелде ҡыра, меңдән ашыу шылтыратыуҙың бары йөҙҙән ашыуы ғына иғтибарға лайыҡ. Буш шылтыратыуҙар бик күп. Ҡырын төшөрөп алғандар ҙа юҡ-бар менән башты әйләндерә. Ә бит был ваҡытта кемдеңдер ысынлап та ярҙамға мохтаж булыуы ихтимал. Халыҡ шуны аңлаһын ине, - тине Ольга Владимировна.

Диспетчер өҫтәле артында ултырған операторҙарҙан: «Эш ауырмы, ҡыҙҙар?» - тип һорайым.

- Еңел түгел, тамаҡ ялғап алырға ла мөмкинлек булмай ҡайһы саҡ. Кемдер ҡыҙыҡ өсөн генә ошо һандарҙы йыя. Бер миҫал. Телефон шылтырай. Иҫерек ир үҙенең бәхетһеҙ яҙмышы тураһында һөйләй. Трубканы һалмағыҙ, һалһағыҙ, үҙ-үҙемә ҡул һалам, һеҙ ғәйепле булаһығыҙ, ти. Ни эшләйһең, сәғәттәр буйы уның «әкиәтен» тыңларға мәжбүрбеҙ. Ваҡыты менән психолог та, кәңәшсе лә булырға тура килә, - тине улар.

Бында эшләүселәр телефон һаҡлап ҡына ултырмай, ниндәй хәл-ваҡиғалар, күпме мөрәжәғәттәр булыуын журналға теркәп, сменанан һуң отчет та бирә.


Читайте нас: