Бала ҡарау хеҙмәте менән файҙаланыу өсөн инвалид баланы, йәки 3 йәшкә тиклемге сабыйҙы ҡарау мөмкинлегенең сикләнгән булыуын иҫбат итеү талап ителә, тиҙәр үҙәктән. Ярҙам күрһәтеүгә аҙнаһына ике тапҡыр 3 сәғәт 15 минут ваҡыт бирелә. Йән башына уртаса табыш 14044,5 һумдан ( был сумма БР законы менән граждандарға социаль ярҙамды бушлай күрһәтеү өсөн билдәләнгән) артмаған ғаиләләргә балаларҙы ҡарау буйынса хеҙмәт бушлай күрһәтелә. Социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә мохтаж (ул - күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр) тип танылған, әммә килеме йән башына уртаса табыш кимәленән күберәк булған ғаиләләргә был хеҙмәт түләүле буласаҡ. Бер тапҡыр барыу (3,25 сәғәткә тиклем) 124,9 һум торасаҡ. Әгәр ғаиләнең йән башына уртаса табышы 14 мең һумдан артһа һәм ғаилә мохтаж тип танылмаһа хеҙмәт коммерция нигеҙендә, хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең тарифтарынан сығып күрһәтелә, сәғәтенә 100 һум.
Ғаризаны тейешле документтар менән Көньяҡ район-ара ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгенә (бүлек Салауат ҡалаһы, Пушкин урамы, 42 адресы буйынса урынлашҡан) тапшырырға кәрәк. Һорауҙар булһа 35-07-54 телефоны аша шылтыратып белешергә мөмкин.
Ниндәй документтар талап ителә һуң? Паспорт, йәки шәхеслекте раҫлаусы башҡа документ, баланың тыуыуы, никах тураһындағы таныҡлыҡтар, пенсия страховкаһы, мотлаҡ медицина страховкаһы, персональ мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу һәм эшкәртеүгә ризалыҡ хаҡында ғариза тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ ғариза яҙыусының йәшәү урыны хаҡындағы мәғлүмәт булған, социаль хеҙмәт күрһәтеүгә медицина яғынан ҡаршылыҡ булмауын һәм баланың һаулығын раҫлаусы (112-у формаһы буйынса сабыйҙың һаулыҡ тарихынан ентекле күсермә, врач-педиатрҙан йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тәҡдим ителгән көн тәртибе һәм ҡаты ауырыуҙар булмауы хаҡында белешмә менән) документтар талап ителә. Бала инвалид булған хәлдә уның ошо фактын иҫбатлаусы белешмәһе, реабилитациялау буйынса шәхсән программаһы булыуы зарур. Бынан тыш, ғариза яҙыусының һәм уның ғаилә ағзаларының килемдәре тураһындағы, пенсия тәьминәтен башҡарыусы органдан документтар, граждандың социаль хеҙмәттән файҙалана алыуға хоҡуғын раҫлаусы танытма һәм кәрәк булһа шәхсән социаль хеҙмәт күрһәтеү программаһы талап ителә.