Таныш ҡыҙ ата-әсәһе фатирына, беҙ бергә йәшәйбеҙ, тип егет алып ҡайтты. Никахһыҙ ике йыл йәшәнеләр ҙә, ир тигәне әллә ҡайҙа юғалды. Ҡыҙҙары ла аптырап торманы, Мәскәүгә эшкә сығып тайҙы. Ике айҙан һуң тағы ла бер ир менән танышып, йәшәп алып киттеләр. Торлаҡҡа уртаҡ түләнеләр. Өс йыл бергә йәшәгәндән һуң, ҡыҙҙың ата-әсәһе өгөтләгәс, үҙҙәре генә ЗАГС-ҡа барып яҙылдылар.
Туғандар һәм яҡындар араһында әллә нисәмә йыл инде башҡа туй ишетелгәне юҡ. Был ниндәй сәйер күренеш? Ниңә хәҙерге йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай? Тормош ауырмы? Тәүҙә аяҡҡа баҫайым, тип уйлайҙармы? Әллә, киреһенсә, еңелме? Ғүмерлек юлдаш кәрәкмәйме? Егеттәргә магазин тулы ярымфабрикат ризыҡтар, уларҙы мультиварка, тулҡынлы мейес бешерә, керҙе машина йыуа. Ҡыҙҙар машиналы егеттәргә инәлмәй ҙә, үҙҙәре рулгә ултыра...
Күпме ир-егет буйҙаҡ йөрөй, күпме ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сығырға ашыҡмай? Ә йәш тигән нәмә бит үтеп бара. Бала табыуҙың да үҙ ваҡыты бар түгелме? Әммә шул ваҡытта ҡай-ҙа ҡарама парҙар никахһыҙ бергә йәшәй бирә. Ярай инде бер нисә тапҡыр ауыҙы бешеп, өрөп ҡа-бырға өйрәнгән, ҡартайып барған ҡатын менән ир булһа... Юҡ шул, 18-20 йәшлектәр шулай өйрәнеп китте.
Минеңсә, һәр ҡатын-ҡыҙҙың аҡ күлдәк кейеп, шаулатып туй үткәргеһе килә. Ир кешегә паспорттағы штамп әллә ни әһәмиәтле булмаһа ла, ҡатын-ҡыҙға был бик мөһим! Гүзәл зат ғаиләле булып көн итеүгә нығыраҡ яраҡлашҡан. Юҡҡамы ни, һорау алыуҙар буйынса, никахһыҙ йәшәгәндәр араһында күпселек ир-ат үҙен - буйҙаҡ, ә ҡатын-ҡыҙ, киреһенсә, кейәүҙә һанай.
Күп кенә таныштарым (хатта туғандарым да) ЗАГС-һыҙ йәшәй бирә. Статистикаға ҡараһаң, йәштәр араһында ҡыҙҙарға егеттәр етмәй. Хәҙерге гүзәл заттар уҡый ҙа, эшләй ҙә, машинала ла йөрөй, фатиры ла бар. Өҫтәүенә, үҙенең өҫ-башын тәрбиәләп, тышҡы ҡиәфәтенә лә ваҡытын бүлә. Ундай ҡатын-ҡыҙҙарҙың көслө затҡа талаптары ла шуға ярашлы. Аҡса эшләй белмәгән, тырышмаған, яуапһыҙ кеше менән тормошон бәйләгеһе килмәй уларҙың. Ҡыҫҡаһы, үҙенең социаль ҡатламына ҡарап парын эҙләй.
Ә ир-егеттәребеҙ ни эшләй һуң, тиерһегеҙ? Улар вахта ысулы менән сит яҡтарҙа аҡса эшләй, йә ата-әсәһе өйөндә эсеп ята, йә компьютерҙа уйнай. Уйындарға килгәндә, һәр дүртенсе-бишенсе кеше бер тапҡыр булһа ла “танкалар” уйыны уйнаған. Ә унан башҡа тағы әллә күпме онлайн-уйын бар. Быға бәйлелек тиҙ тыуа. Сәғәттәр буйы шунан айырыла алмай ултыралар. Тимәк, егеттәр хәҙер сәскә тотоп ҡыҙ менән осрашыуға барыр урынға, ялын кеҫә телефоны менән, йә компьютер алдында үткәрә...
Әлбиттә, ысын ир-егеттәр ҙә бар. Улар йоҡламай. Тик ундайҙар бөтә яҡҡа өлгөр, уңған ҡыҙҙарға сәйер-һенеп ҡарай шикелле. Сөнки бындай ҡыҙҙарҙы ҡурсаларға кәрәкмәй. Тормош иптәше итеп улар көсһөҙөрәк парҙы һайлай.
Был мәсьәлә буйынса оҙаҡ бәхәсләшергә була. Һәр кемдең үҙ ҡарашы.