Социаль ойошмалар хеҙмәте сифатын бойондороҡһоҙ баһалау системаһын тормошҡа ашырыу менән Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы янындағы йәмәғәт советы шөғөлләнә. Министрлыҡтың сайтындағы «Социаль хеҙмәтләндереү» бүлегендә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмалар рейтингы менән танышырға, шулай уҡ теге йәки был дәүләт учреждениеһы эшмәкәрлеген баһаларға мөмкин.
- Төрлө учреждениеларҙың эшен баһалау ойошторолоуын бөтөнләй белмәй инем. Бер ваҡыт ҡалалағы шәхси дауаханаға йөрөргә тура килде. Унда, мәҫәлән, клиенттарға врачтар хаҡында үҙ фекереңде яҙып ҡалдырыу өсөн махсус йәшниктәр ҡуйылыуы иғтибарҙы йәлеп иткәйне. Үәт, үҙебеҙҙең ҡала поликлиникаларында ла ошондай халыҡ фекерен белеүҙең берәй әмәлен уйлап табып, улар нигеҙендә эштәрен яҡшыртыу буйынса саралар күрһәләр ине, тип уйлап ҡуйғайным. Улай тиһәң, кешеләрҙән һорашмайынса ла, Салауат поликлиникаларында хәл яҡшыларҙан түгеллеге көн кеүек асыҡ, был турала етәкселәр ҙә белә. Тик яҡшы яҡҡа үҙгәреш кенә бик һиҙелмәй.
- Күп функциялы үҙәк - дәүләт хеҙмәттәренә бәйле бөтә мәсьәләләрҙе бер ерҙә хәл итеп була торған урын, тигән булалар. Ҡыҙымдың тыуыу тураһындағы таныҡлығын тиҙ генә алыштырырға кәрәк булғас, бер көндә эшләп бирерҙәр тип барҙым. 10 көндән һуң ғына әҙер буласаҡ, тинеләр. ЗАГС-ҡа барып, сират көтөргә тура килде-килеүен, әммә шул көндө үк алыштырып бирҙеләр. Шулай булғас, нимә тиһең инде?