газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Май 2021, 10:15

Юғары үрҙәр яулай егет

16 майҙан алып 22-һенә тиклем Мадейра утрауында «Madeira 2020 World Para Swimming European Open Championships» тип аталған паралимпия йөҙөүе буйынса асыҡ чемпионат үтте.

16 майҙан алып 22-һенә тиклем Мадейра утрауында «Madeira 2020 World Para Swimming European Open Championships» тип аталған паралимпия йөҙөүе буйынса асыҡ чемпионат үтте.
Рәсәй йыйылма командаһы составында был ярышта Салауаттан Андрей Николаев ҡатнаша. Тап ул спорт турнирының фаворитына әйләнә.
Беҙҙең яҡташ ирекле стилдә 400 метрға йөҙөү дистанцияһында Европа чемпионы исемен яулай һәм Рәсәй рекордын ҡуя, ул был араны 4:30.64 секундта үтә. Спортсының тренеры Фәнил Кирәйев сағыу еңеүҙән һуң Андрей үткән ваҡытты яҙып фотоға төшә.
Әйтәргә кәрәк, Андрей Николаевтың был еңеүе тәүгеһе түгел һәм һуңғыһы ла түгелдер. Тырыш һәм ныҡышмал яҡташыбыҙҙы алда ла ҙур ҡаҙаныштар көтөүендә һис шик юҡ.
Гәзит сығыр алдынан ҡалабыҙ спортсыһының Португалияла барған паралимпия йөҙөүе буйынса асыҡ чемпионатында тағы ла бер еңеүгә ирешеүе билдәле булды. Андрей Николаев ярыштың дүртенсе көнөндә 100 метрға ирекле стилдә йөҙөү дистанцияһында көмөш миҙал яулай. “Салауатинвест” йәмғиәтенең йөҙөү секцияһы тәрбиәләнеүсеһе Грециянан килгән спортсынән әҙ генә ҡалыша.
Читайте нас: