“Төҙөүсе” стадионында капиталь ремонт март аҙағында старт алды. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һәм мотоуҙыш буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы булған Николай Красников Салауатҡа эшлекле сәфәре ваҡытында ундағы эштәр барышы менән танышты.
- Ремонт барышын көн һайын тиерлек күҙәтеп барам, сөнки был спорт объектының файҙаланыуға тапшырылыуын меңәрләгән салауаттар, шулай уҡ республика халҡы ла түҙемһеҙлек менән көтә, - тине мәртәбәле ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөүсе ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Уның һүҙҙәренсә, Руслан Хәбибов беҙҙең ҡалаға тағы ла июндә киләсәк һәм стадионды төҙөкләндереү барышын тикшерәсәк.
Әлеге ваҡытта был майҙансыҡта ремонт эштәре ҡайнай, барыһы ла графикка ярашлы бара. Трибуналарҙың көнсығыш өлөшөндә бөтә иҫке ағас эскәмйәләр демонтажланған, түшәм плиталары йылытыла, биналарҙың эске өлөшө ремонтлана башлаған. Стадиондағы юлдарҙы тәртипкә килтереү эштәренә лә тотонғандар, артыҡ ер сығарылған, унда шлак һалынған юл һәм футбол яланы яһаласаҡ.
Был объекттағы төҙөлөш эштәрен 30 ноябргә тамамлау планлаштырыла.