газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2021, 12:26

Көслө булһаң, бирешмәҫһең

Уҙған аҙна “Йәштәш” йәштәр үҙәгендә Афғанстандан совет ғәскәр-ҙәренең сығарылыуына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған кикбоксинг буйынса Асыҡ беренселек үтте.

Сараны тантаналы асыуҙа ҡала Советы депутаты, “Дмитрий Донской” хәрби-патриотик клубы етәк-сеһе Сергей Данилов, “Афғанстан ветерандары Рәсәй союзы”ның Салауат ҡалаһы бүлексәһе рәйесе Миҙхәт Заһитбаев, ҡаланың һуғыш ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, Афғанстандағы хәрби хәрәкәт ветерандары ҡатнашты.
"Йәштәш" йәштәр үҙәге директоры Рөстәм Таңатаров йыйылыусыларға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе:
- Афғанстандан Совет ғәскәрҙәренең сығарылыуы хөрмәтенә бындай турнирҙар уҙғарыу изге йолаға әйләнде. Йәш быуын ветерандарҙы белергә, хөрмәт итергә, уларҙан өлгө алырға тейеш. Ысын ир-егеткә мотлаҡ армияла булып ҡайтырға кәрәк. Был - Тыуған ил алдындағы изге бурыс. Ватанды яҡларға, яратырға кәрәк. Кикбоксинг иһә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, яҡшы физик формала булырға ярҙам итер. Уның менән шөғөлләнгән кеше һуңынан бер ваҡытта ла үкенмәҫ, - тине Рөстәм Шамил улы.
Беренселектә ҡаланың спорт мәктәптәренән 60-тан ашыу спортсы ҡатнашты, үҙ ауырлыҡ категорияларында сығыш яһаны. Судьялар алыш барышын иғтибар менән күҙәт-те. Баш судья Сергей Данилов ярыштарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне:
- Егеттәр бик һәйбәт әҙерләнгән. Беҙҙең ҡалала кикбоксинг яҡшы үҫешкән, был йүнәлеш буйынса дүрт клуб эшләй һәм улар бөгөн берләшеп байрам хөрмәтенә ошо сараны уҙғарырға ҡарар итте. Бында күптәр рингҡа тәүге тапҡыр сыҡты, улар беренсе аҙымдарын яһай. Был, үҙ сиратында, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа булып тора, - тине Сергей Николаевич.
Еңеүселәр миҙалдар, дипломдар менән бүләкләнде, ә иң яҡшы техника күрһәткән егеттәргә “Еңеүгә ынтылыш өсөн”, “Хәрби рух өсөн” тигән махсус кубоктар тапшырылды.
“Дмитрий Донской” клубы тәрбиәләнеүсеһе Михаил Усманов кикбоксинг менән бер йыл ғына шөғөлләнһә лә, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп тә өлгөргән:
- 54 кг ауырлыҡ катего-рияһында ҡатнаштым. Тәүге алышта уҡ уңыш йылмайҙы - беренсе урынға сыҡтым. Шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Был спорт төрө бик оҡшай. Армияға яҡшы әҙерлек тә, - ти Михаил.
Данил Потапов та ошо клуб тәрбиәләнеүсеһе:
- 57 кг ауырлыҡ катего-рияһында сығыш яһаным. Алтынсы йыл шөғөлләнәм. Был минең өсөнсө ярышым. Кикбоксинг үҙ-үҙеңде яҡлау сараһы булып тора. Бөгөн икенсе урындамын, - ти ул.
“Йәштәш” йәштәр үҙәгендә Рөстәм Ғәниев кикбоксинг буйынса тренер булып ун биш йылдан ашыу эшләй:
- Әле миндә 45 үҫмер шөғөлләнә. 10 - 12 йәшлек кесе төркөм һәм 12 - 18 йәшлек өлкән төркөм. Шөғөлләнеү бушлай, йөрөһөндәр генә. Егеттәребеҙ Тыуған илебеҙҙе намыҫ менән һаҡлаһын өсөн уларҙы физик яҡтан әҙерләргә бурыслыбыҙ, - ти тренер.
Азамат Рәхимғолов ошо клубҡа биш йыл йөрөй:
- Тормошомда бик кәрәк булыр, тип уйлайым. Сөнки кикбоксинг үҙ-үҙеңә ҡарата ышанысты арттыра. Бөгөн 48 кг ауырлыҡта көрәштем. “Еңеүгә ынтылыш өсөн” махсус приз менән бүләкләндем, - ти йәш спортсы.
Читайте нас: