Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркына сәләмәт тормош рәүеше яҡлы 700-ҙән ашыу кеше йыйылғайны. Спорт ярышы Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына старт бирҙе. Ҡала хакимиәте эштәре менән идара итеүсе Семен Евграфов сараны тантаналы асты.
- Бындай күләмле сараларға барыбыҙ ҙа һыуһағанбыҙ. Бөгөнгө уҙыштан яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге алығыҙ. Иң мөһиме - еңеү түгел, ә ҡатнашыу. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, - тине ул.
“Рәсәй саңғы юлы” ярышында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
- Йыл һайын ошо саңғы ярышында үҙемдең округымдағы ҡала-райондарға сығам. Былтыр Мәләүез ҡалаһында булдым. Әммә Салауаттағы кеүек ҡатнашыусылар һанын бер ерҙә лә күргәнем булманы. Өлкәндәр менән бер рәттән йәштәрҙең, балаларҙың да күп булыуы яҡшы күренеш. Бының өсөн ата-әсәләргә рәхмәт белдергем килә. Һеҙ уларҙы гаджеттарҙан айырып ала алғанһығыҙ, сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтыраһығыҙ. Балалар буш ваҡыттарын саф һауала үткәргәндә, спорт менән шөғөлләнгәндә уларҙың көслө характеры формалаша, һаулыҡтары ныҡ була, ҡуйылған маҡсаттарына табан ышаныслы баралар. Афарин, салауаттар! Артабан да шулай әүҙем булығыҙ, - тине ул.
Зариф Закир улы үҙе лә ярышты. 1,5 километр йүгерҙем, әллә күпме ыңғай тәьҫораттар алдым, бик шәп булды, тине ул финиш һыҙығына килеп еткәс.
Спортсылар, йәш категорияларына ҡарап, төрлө алыҫлыҡҡа уҙышты. “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте командаһы "Иң спортсы команда" тип танылыуы аңлашыла, сөнки был компания ағзалары бик күп ине.
Хеҙмәт ветераны Клара Мәзитоваға 81 йәш. Ярышҡа бик дәртләнеп килгән.
- Саңғыға баҫҡаныма 40 йылға яҡын. Бала саҡтан уҡ шыуырға яраттым. Ҡышын саңғыла йөрөйөм, йәйен йүгерәм. Спорт минең менән һәр саҡ йәнәшә, көн һайын шөғөлләнәм. “Салауат саңғыһы”н бер генә йыл да ҡалдырғаным юҡ, был миңә көс бирә, - ти Клара Мөтиғулла ҡыҙы.
Альберт Байков, Айрат Имамов, Фәрит Зәйнуллин да (фотола һулдан уңға) - предприятие ветерандары. Альберт Байков 70 йәшендә хаҡлы ялға сыҡҡан, әммә спорттан айырылмаған.
- Саңғыға баҫҡаныма 68 йыл. Иҫемдә, бәләкәй саҡта ҡулдан эшләнгән ағас саңғылар була торғайны. Ә хәҙер, бына, заманса, профес-сиональ саңғыла йөрөйөм. Күпме ыңғай энергия, дәрт алабыҙ ошондай сараларҙан, - ти тәжрибәле саңғысы.
Айрат Имамов өсөн спорт - тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө.
- “Рәсәй саңғыһы”нда 1983 йылдан бирле ҡатнашам. Бындай уҙыштар йәшәргә дәрт бирә, дуҫтар менән аралашыу сараһы ла булып тора. Үҙеңде лә күрһәтәһең, башҡаларҙы ла ҡарайһың, - ти Айрат ағай.
Фәрит Зәйнуллин иһә хеҙмәт юлын 52-се цехта үткән.
- Саңғыға армиянан ҡайтҡас баҫтым. Профессиональ саңғысы түгелмен, әммә уның менән шөғөл-ләнеү бик оҡшай. Был спорт төрө сәләмәтлекте нығыта, күңелде күтәрә. Өйҙә ултырғанға ҡарағанда саф һауала йөрөү күпкә отош-лораҡ. Хәрәкәттә - бәрәкәт, - ти предприятие ветераны.
Vip-уҙышта Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының физкультура уҡытыусыһы Наталья Кононова беренсе урынды яуланы:
- Саңғыла йөрөү - иң яратҡан спорт төрҙәренең береһе. Ике йәштән саңғыламын. Заманында биатлон буйынса спорт мастеры ла булдым. Бөгөн колледжд уҡытыусылары ғына түгел, студенттары ла ҡатнашты. Улар өсөн бик шатландым. Өҫтәүенә, бик шәп көйәрмәндәр үҙҙәре. Уларҙың дәртләндереп тороуы тағы ла етеҙерәк елергә мәжбүр иткәндер. Спорт - үҙең, сәләмәтлегең тураһында хәстәрлек күреү, - тине Наталья Викторовна.
22-се мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы Тимур Байрамғолов былтыр ҙа беренселекте яулаған икән.
- “Рәсәй саңғыһы”н бер ҙә ҡалдырғаным юҡ. Өс йыл саңғы спорты менән шөғөлләнәм, төрлө ярыштарҙа ҡатна-шабыҙ. Спорт үҙеңде формала тоторға мөм-кинлек бирә, ауырып бармайһың, - ти Тимур.
1-се лицейҙың 3-сө класс уҡыусыһы Тимур Сабитов ярышта тәүгә ҡатнашһа ла, өсөнсө урынға сығыу бәхете тәтегән.
- Спорт уҡыуға ҡамасауламай, ә ярҙам ғына итә. Триатлонға йөрөүемә бер йыл. Әле ошо ярыштарҙа үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Өсөнсө урынға сығыуыма бик шатмын. Наградаларым араһында өс грамота бар, миҙал менән статуэтканы тәүгә алыуым. Тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн тырышасаҡмын, - ти тырыш егет.
Иң йәш ҡатнашыусы Клим Дмитриенкоға ни бары дүрт йәш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙенә тәғәйен дистанцияны лайыҡлы үтте.
Еңеүселәр почет грамоталары, миҙалдар, кубоктар менән бүләкләнде.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, ялан кухняһы ла эшләне. Теләктәре булған һәр кем ҡышҡы һыуыҡтан тәмле бутҡа һәм ҡайнар сәй менән йылына алды.