газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2021, 12:13

Һәр ваҡыт әҙер!

Шаршамбы ҡалала “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексына ингән Ҡышҡы фестивалдең 1-се этабы уҙҙы. Ул илдә ГТО комплексының ойошторолоуының 90 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналды.

Сараны ҡала хакимиәтенең физик культура, спорт һәм мәғариф идаралыҡтары берлектә үткәрҙе. Күптән түгел ҡалаға ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн ҡайтарылған яңы инвентарҙы урындан-урынға күсереп йөрөтөргә була. Әле ярыш урыны итеп 8-се лицей һайланды. Ҡатнашыусыларҙы мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова сәләмләне.
- Ниһайәт, ҡәҙимге тормош рәүешенә ҡайта башланыҡ. Был ҡалалағы тәүге күләмле спорт сараһы. Киләсәктә лә бындай ярыштарҙы уҙғарыу өсөн кәртәләр тыумаясағына ышанабыҙ. Барығыҙа ла уңыштар, яҡшы һөҙөмтәләр теләйем, - тине ул үҙ сығышында.
Үҙ көсөн һынап ҡарарға 100-ҙән ашыу уҡыусы йыйылғайны. Ҡатнашыусыларҙың йәше - 9 йәштән 18 йәшкә тиклем. Уларға арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү, урындан алыҫлыҡҡа һикереү кеүек һынауҙарҙы үтергә тура килде.
- Һәр йәш категорияһынан еңеүселәр Ҡышҡы фестивалдең республика этабында беҙҙең ҡаланың намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡ. Ул Салауатта 12-14 мартта уҙасаҡ, - тип аңлатма бирҙе ҡаланың тестлау үҙәге етәксеһе, ярыштарҙың баш судьяһы Зөлфиә Кәримова.
1-се лицейҙың физкультура уҡытыусыһы Олеся Хәсәнова ярыштарға һигеҙ уҡыусы алып килгән.
- Яңыраҡ декрет отпускыһынан сыҡтым һәм ГТО комплексы менән ҡыҙыҡһына башланым. Балаларға ла был турала һөйләнем, аңлаттым. Яңы йылға тиклем беҙҙең лицейҙан 200-ләгән уҡыусы нормативтар тапшырҙы. Күптәренең һөҙөмтәләре яҡшы. Әле лә тәүәккәллек иттеләр, - ти Олеся Васильевна.
1-се лицейҙың 3-сө класс уҡыусыһы Аделина Үтәйева ла саранан ситтә ҡалмаған.
- Физкультура уҡытыусыһы ГТО-ның нимә икәнлеген ентекле аңлатты, унда ҡатнашып була икәнлеген дә әйтте. Миңә оҡшаны. Үҙем акробатика менән шөғөлләнәм, - ти Аделина.
25-се башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Диана Зәйҙуллинаның бындай фестивалгә тәүгә килеүе.
- Күп тапҡыр башҡа спорт ярыштарында ҡатнашһам да, ГТО нормативтарын беренсегә тапшырам. Бик оҡшап ҡалды. Ошондай саралар шәхескә төрлө яҡлап үҫешергә, илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләргә, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға булышлыҡ итә. Алтын миҙалға эйә булһаң, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар алыу мөмкинлеге лә бар, - ти Диана.
18-се мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Ильяс Шәкиров элек тә нормативтарҙы тапшырған булған:
- Әлегә миҙалдарым юҡ. Әммә уңыштарға ирешер өсөн тағы ла нығыраҡ тырышасаҡмын. ГТО нормативтарын тапшырыу кешенең һәләтен, көслө яҡтарын аса. Спорт - ул сәләмәтлек, - ти Ильяс.
Еңеүселәр һәм призерҙарға кубоктар, дипломдар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Читайте нас: