«Милләт йәшлеге» фестивале «Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды»нан федераль грант сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы «Тигеҙ мөмкинлектәр спорты» проектының програм-ма сараларының әһәмиәтлеләре булып тора һәм ул инвалид балаларҙы социаль адаптациялауға йүнәлтелгән. Фестивалде асыу тантанаһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Паралимпия уйындарының 13 тапҡыр чемпионы булған Рима Батталова, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мөсәҡәев, «Снайпер» үҙәге директоры Рәфит Вәлиев ҡатнашты.
- Был еңел булмаған ваҡытта беҙ, ниһайәт, ошо фестивалгә йыйылыу мөмкинлеген таптыҡ. Сара октябрь-ноябрҙә уҙырға тейеш ине, әммә әлеге хәлдәр быға ҡаршылыҡ тыуҙырҙы. Фестивалгә эләгергә теләүселәр күп, әммә беҙ бөтәһен дә ҡабул итә алмайбыҙ, бер йылда берәүҙәр, икенсе йылда икенселәр килә. Салауат ҡалаһының ошо фестивалде уҙғарыуына рәхмәтлебеҙ, ҡатнашыусыларға бында оҡшай, бөтә нимә яҡшы кимәлдә ойошторола. Сара республикала иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнала. Барыһын да спорт менән дуҫ булырға, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға саҡырам, - тине Рима Баталова. Шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов һәм Стәрлетамаҡ колледжы директоры Миҙхәт Мөсәҡәев сығыш яһаны.
Спорт һәм мәҙәни сараларҙы берләштергән сараға Салауат коррекция мәктәбенең ике командаһы, Ишембай, Ермалаев мәктәп интернаттарынан, Петровское, Салауат балалар йорттарынан һәм Стәрлетамаҡ физик культура, сервис колледжынан берәр команда килгән. Улар өсөн бай өс көнлөк программа әҙерләнгәйне. Тәүге көндө фестивалде тантаналы асыуға тиклем үк «Күңелле старттар» үтте һәм уның еңеүселәре тантанала бүләкләнде. Ошо уҡ көндө тхэквондо буйынса күнекмәләр күрһәтелде, «Өфө» футбол клубында шөғөлләнеүселәр оҫталыҡ-дәресе бирҙе, йөҙөү буйынса тренировка уҙғарылды. Шулай уҡ башҡа көндәрҙә дартс, урындан тороп оҙонлоҡҡа һикереү, мини-футбол буйынса ярыштар, «Күңелле дельфин» конкурсы, һауыҡтырыу өсөн йөҙөү, өҫтәл уйындары ойошторолдо. Спорт бәйгеләренән тыш, үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн киң мәҙәни саралар ҙа планлаштырылғайны, улар Салуат ҡалаһының билдәле урындарында булды, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына, картиналар галереяһына сәйәхәт ҡылды, парк буйлап йөрөнө, ҡыҙыҡлы фильмдар ҡараны.
Фестиваль тамамланған көндө спорт ярыштарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәр бүләкләнде.