газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2021, 11:20

Сәләмәт булам, тиһәң

Һуңғы йылдарҙа ГТО нормативтарын (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) үтәргә теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Быға балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә ихлас ҡушылыуы һәйбәт күренеш.

Салауатта ГТО норматив-тарын тапшырыусыларҙың бай-таҡ булыуына ҡалала ярайһы ғына яҡшы шарттар булды-рылыуы ла сәбәпселер. Былтыр, ҡала хакимиәте менән респуб-ликаның Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ара-һындағы килешеүгә ярашлы, ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн сифатлы һәм заманса инвентарь алына. Ҡорамалдар һатып алыуға субсидия республика (95 процент) һәм ҡала бюджетынан бүленә. Уҙған аҙна ошо ҡорамалдарҙы “Алмаз” бассейнының спорт залында мәктәп уҡыусылары һынап ҡараны. Тантаналы сара-ла ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, республиканың Хәрби-спорт фонды директоры Сергей Степанов ҡатнашты.
- Быйыл илебеҙҙә ГТО комплексы ойошторолоуы-ның 90 йыллығы билдәләнә. Алдыбыҙҙа бик күп мөһим бурыстар тора. Шуларҙың береһе - муниципаль тестлау үҙәктәрен сәләмәтлек мөм-кинлектәре сикләнгән кеше-ләрҙән нормативтарҙы ҡа-бул итеү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырыу. ГТО комплексы хеҙмәткәрҙәре, судьялар өсөн берҙәм фор-малар булдырырға ла иҫәп тотабыҙ. Салауат ҡалаһының “Спорт - тормош нормаһы” программаһы буйынса яңы ҡорамалдар менән тулыланы-уына шатбыҙ. Иң мөһиме, улар сифатлы һәм хәүефһеҙ, - тип билдәләне Сергей Степанов.
Игорь Миронов үҙенең сығышында был комплекстың ҡала өсөн мөһим булыуын белдерҙе.
- Был ҡорамалдар ҡала халҡына ГТО нормативтарын тағы ла яҡшыраҡ тапшырырға мөмкинлек бирә. Иң мөһиме, мобиль комплексты ҡайҙа кәрәк, шунда күсереп йөрөтөргә мөмкин. Теләктәре булғандарҙың барыһы ла үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Ҙур ярҙамдары өсөн министрлыҡҡа, Хәрби-спорт фондына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, - тине Игорь Геннадьевич.
Тестлау үҙәге етәксеһе Зөлфиә Кәримованың һүҙҙә-ре буйынса, хәҙер уларҙа нормативтарҙы ҡабул итеү өсөн арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү өсөн махсус эскәмйәләр, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү өсөн плат-форма, урындан алыҫлыҡҡа һикереү өсөн үлсәгестәр менән балаҫтар, атыу өсөн электрон комплекс, герҙәр, туптар, секун-домерҙар һәм башҡа бик күп ҡорамалдар барлыҡҡа килгән.
Ошондай инвентарҙәрҙең береһе - электрон винтовка. Ул ГТО нормативтарын тирҙа ғына түгел, ә теләһә ниндәй бинала ла ҡабул итергә мөмкинлек бирә.
- Был электрон компьютер комплексты физкультура дәрестәрендә лә, ГТО нормативтарын ҡабул итеү өсөн дә ҡулланырға була. Ул хәүефһеҙ, бик уңайлы, - ти физкультура һәм спорт идаралығының инструктор-методисы Сергей Недоспасов.
Электрон ҡоралды Игорь Миронов та һынап ҡараны. Был винтовканы ҡулында тәүгә тото-уын иҫәпкә алғанда, ул бынамын тигән һөҙөмтә күрһәтте.
- Снайпер винтовкаһынан атыу буйынса тәжрибәм бар. Бының менән бала саҡта шөғөлләндем. Хатта “Мәргән атыусы” знагын да бирҙеләр. Дөйөм алғанда, ҡорал бик яҡшы, ыңғай яҡтары күп, - тине ҡала башлығы.
Тимур Әхмәтханов ҡышҡы триатлон менән шөғөлләнә, йыл да ГТО нормативтарын тапшыра.
- Көмөш һәм алтын билдә-ләргә эйәмен. Бөгөн яңы ҡора-малдарҙы һынап ҡараным. Бик уңайлы. Электрон ҡоралдан да атыу форсаты тейҙе. Ул еңел, заманса, элекке лазер винтовканан һиҙелерлек айырыла. Һөҙөмтәләр бик яҡшынан түгел. Яңы ҡорамалға өйрәнмәгәнгәлер, тип уйла-йым, - ти егет.
Судьялар әйтеүенсә, яңы ҡорамалдар уларҙың да эшен еңеләйткән. Әгәр элек линейка тотоп үлсәһәк, һанаһаҡ, хәҙер бының кәрәге юҡ, бөтә нәмә автоматлаштырылған, ти улар.
Ҡышҡы триатлон менән шөғөлләнеүсе Алина Кәримова ул көндө йәш судья ролен дә башҡарҙы.
- ГТО-ны мин өс йыл тапшырам. Көмөш һәм алтын билдәләрем бар. Спорт менән шөғөлләнеү сәләмәтлекте нығыта, буй-һынды формала тоторға ярҙам итә. “Йәш судья” конкурсында ҡатнашыу өсөн анкета һәм үҙемдең спорт-тағы ҡаҙаныштарым менән ҡылыҡһырлама тултырҙым. Ҡала этабында һайлап алыу турын уҙҙым. Оҙаҡламай Өфөлә беҙҙең ҡаланы республика эта-бында яҡлаясаҡмын. Конкурста ҡатнашыу өсөн ГТО-ның алтын билдәһе булыуы мотлаҡ.
Былтыр ГТО норматив-тарын отличие билдәһенә тапшырыусы дүрт ҡатнашыу-сыға ГТО комплексының алтын билдәләре һәм таныҡлыҡтар тапшырылды.
Читайте нас: