газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ғинуар 2021, 11:42

Спорт менән бергә

5 ғинуарҙа Өфөлә өҫтәл теннисы буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Унда 50-нән ашыу спортсы араһынан Салауат ҡалаһынан «Салауат» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Анна Едренкина 1-се урынды яуланы.

4 ғинуарҙан 9-ына тиклем Воронеж ҡалаһында ҡаяға үрмәләү бу-йынса Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр ярышы үтте. 18-19 йәшлектәр араһында «Салауат» спорт мәктәбе спортсыһы Камилла Кушаева «Тиҙлеккә үрмәләү» дисциплинаһы буйынса бронза миҙал алды.
9 ғинуарҙа Күмертау ҡалаһында ауыр атлетика буйынса Раштыуа саралары үтте. Унда Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалала-рынан, Өфө һәм Стәрлетамаҡ райондарынан командалар ҡатнашты. «Салауат» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 1 урын - Всеволод Виденеев, Георгий Доминов, Илья Матросов. 2 урын - Илнур Хөснөтдинов, Самат Хәйруллин, Андрей Коваленко, Кирилл Кузнецов, Данис Тимербулатов.
Читайте нас: