Спорт мәктәбе дүрт тау велосипеды һәм биш йәйә, бокс секцияһы өсөн гантелдәр һәм медицинболдар (резиналы махсус ауыр туптар) менән тулыланды. Оҙаҡламай шулай уҡ бокс секцияһы өсөн электрон табло, «Walther» профессиональ пневматик винтовка, пневматик пистолет һәм пуля атышы секцияһы өсөн монокль ҡайтарыласаҡ. Яңы ҡорамалдар һәм спорт инвентарын алыуға 1 млн 700 мең һум йүнәлтелгән.
- Беҙҙә Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составында бул-ған спортсылар бар. Улар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа төбәгебеҙҙең намыҫын яҡлап лайыҡлы сығыш яһай. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаһы составына ингән дүрт спортсы бар: икәүһе полиатлон һәм икәүһе йәйәнән атыу буйынса. Бынан тыш, спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр һаны ла артты. Былтыр 393 бала булһа, быйыл - 407. Матди-техник базаны нығытыуға булышлыҡ итеүсе ошондай проект булыуына бик шатбыҙ. Икенсе йыл рәттән сифатлы, заманса ҡорамалдар алабыҙ, - тип һөйләй «Триумф» спорт мәктәбе директоры Ольга Колчина.
Эмиль Рәхимов, Рәсәй спорт мастеры:
- Йәйәнән атыу буйынса секцияға 2013 йылдан йөрө-йөм. Бында мине класташым саҡырҙы, килдем, оҡшаны һәм шул ваҡыттан алып ошондамын. Яңы ҡайтарылған олимпия йәйәләре - профес-сиональ яңы ҡорамал, спорт мастерлығына разрядтарҙы башҡарыу һәм төрлө ярыш-тарҙа юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн бик шәп. Улар менән ҡулланыуы ла уңайлы.
Павел Шабалин, ҡышҡы триатлон:
- Бик шәп тау вело-сипедтары ҡайтарылды. Тәгәр-мәстәренең диаметры ҙур. Башҡа велосипедтар менән сағыштырғанда тормоздары һәм гидравликаһы бөтөнләй башҡаса. Был уҙыштар ваҡытында бик ярҙам итәсәк.
Олег Ходырев, Рәсәй спорт мастеры:
- Йәйәнән атыу буйынса секцияла 4-5 йыл шөғөлләнәм. Иҫемдә, ошонда йәш егет-тәрҙе йыйыуҙары тура-һындағы иғланды интернетта күреп ҡалғайным. Шулай эләгеп киттем. Йәйәләр бик яҡшы. Уларҙы миҙгелдең теләһә ҡайһы ваҡытында ла файҙаланып була. Мәҫәлән, ҡышын беҙ 18 метр арауыҡҡа атабыҙ, ә йәйен 30-50, 60 һәм 90 метрға. Йәйәләр күптән кәрәк ине, сөнки секцияла әллә ҡасандан бирле шөғөлләнеүсе егеттәрҙең һәр ҡайһыһының яңы ҡорамалда шөғөлләнеп ҡарағыһы килә. Хәҙер ярыштарға тағы ла тырышыбыраҡ, дәртләнеберәк әҙерләнәсәкбеҙ.
Артем Мухин:
- Ҡышҡы триатлонға килеү менән ныҡышмал рәүештә шөғөлләнә башланым. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Бөтә Рәсәй ярыштарына юлландым, унда уңышлы ғына сығыш яһап, призер булдым, һуңғараҡ спорт мастерлығына кандидатҡа спорт разрядын үтәнем. Секцияла, триатлондан тыш, саңғы, велоспорт, йөҙөү, йәйге триатлон менән шөғөлләнәбеҙ. Яңы велосипедтарҙың ҡайтыуы беҙҙең спорт мәктәбенең үҫешенә ыңғай йоғонто яһарына ышанам.