газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Август 2020, 11:34

Спорт, һаулыҡ, хәрәкәт, тормош

Салауат - спорт ҡалаһы, тип йыш ҡына әйтелә. Шулайҙыр ҙа, бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ғорурланырлыҡ спорт объекттары ла бар. Уҙған аҙна ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов “Салауат” спорт-концерт комплексында һәм “Нефтехимик” спорт һарайында булды.

“Салауат” спорт-концерт комплексы 2007 йылда “Газпром” йәмғиәтенең “Газпром - балаларға” социаль программаһы буйынса булдырыла. Был Боҙ һарайы республиканың көньяғында 4000 квадрат метр майҙанлы берҙән-бер объект. Ул 1500 урынға иҫәпләнгән, кәрәк булғанда 2200 урынлыҡ концерт залына ла әүерелә ала. Шулай уҡ күнекмәләр өсөн залдар бар. Хоккей һәм фигуралы шыуыу буйынса төркөмдәр уңышлы эшләп килә. “Юрматы” хоккей командаһы хәҙер инде тирә-йүндә дан тотҡан команда булып иҫәпләнә. Бында Салауаттың ғына түгел, ә күрше Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының да ҡыҙ-егеттәре шөғөлләнә. Тулыһынса йыһазландырылған боҙ аренаһында төрлө кимәлдәге чемпионаттар, ярыштар уҙа. Спортсыларыбыҙ ярыштарҙа даими ҡатнашып, лайыҡлы урындар яулай. Комплекстың төп йүнәлеше - балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү.
Артабан комплекстың эргәһендә эшләп килгән “Алтын балыҡ” бассейнына үтәбеҙ. Уның майҙаны ла бик ҙур. 25 метрлыҡ алты йөҙөү юлы, джакузи, сауна, махсус тренажерҙар менән йыһазландырылған күнекмә залдары бар. Бассейнда һыу үҙенсәлекле итеп таҙартыла, вентиляция һәйбәт. Ҡаҙаныштар ҙа юҡ түгел. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры, алты тапҡыр Олимпия уйындары еңеүсеһе Полина Егорова, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында ике тапҡыр донъя чемпионы Андрей Николаев – ҡаланың ҙур ғорурлығы. Бында пенсионерҙар сәғәте лә бар. Өлкән йәштәгеләр сәләмәтлеген нығытыу өсөн бик теләп йөрөй.
Киләһе спорт объекты - “Нефтехимик” спорт һарайы. Спорт комплексы 2012 йылдан алып эшләй. Бында ла спорт менән шөғөлләнеү, үҫешеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Акробатика һәм гимнастика, көрәш, өҫтәл һәм ҙур теннис, фитнес залдары һ.б. һәр кем өсөн асыҡ. Спорт һарайында йылына 360-лап сара уҙғарыла. Улар иҫәбендә - төрлө кимәлдәге ҙур спорт ярыштары, чемпионаттар.
Читайте нас: