газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Февраль 2020, 11:04

Тигеҙ мөмкинлектәр фестивале

21 февралдә «Салауат» спорт мәктәбе залында беренсе тапҡыр «Тигеҙ мөмкинлектәр фестивале» үтте.

Уны мәғариф, физик культура һәм спорт буйынса идаралыҡтар ойошторҙо. Фестивалде асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина, мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина, физик культура һәм спорт буйынса идаралыҡ етәксеһе Андрей Прокопов, «Йәшлек» балалар-үҫмерҙәр үҙәге педагогы Валерий Патрикеев тәбрикләне.
Балалар «Ҡайҙа логика», «Сәләмәт бул», «Театр - экспромт», һүрәт йыйыу уйындарында ҡатнашты, уларға ата-әсәләре ярҙам итте. Иң бәләкәй ҡунаҡтар өсөн бейеү фестивале ойошторолдо.
Фестивалдә ҡатнашыусыларға сертификат, миҙал, бағымсыларҙан бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: