Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2020, 11:33

Ярыштарҙа һынатмайбыҙ

13 февралдән 17-нә тиклем «Неф-техимик» спорт һарайында Волга буйы федераль округының ҡаяға үрмәләү буйынса беренселеге үтте.

Бәйгелә Волга буйы федераль округының 7 төбәгенән 196 кеше ҡат-нашты. Ҡыҙҙар һәм егеттәр «Ауырлыҡ», «Тиҙлек» дисциплиналары буйынса ярышты. «Салауат» спорт мәктәбендә шөғөлләнеүе Камилла Кушаева был дисциплиналар буйынса 1-се урын алды. Команда зачетында 1-се урында - Башҡортостан Республикаһы, 2-се урында - Пермь крайы, 3-сөлә - Пенза өлкәһе.
***
15 февралдә «Нефтехимик» спорт һарайында бер юлы ике ярыш: 2003 йылғы ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында ауыр атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге һәм 2003, 2004, 2005 йылғы уҡыусыларҙың Х Йәйге спарта-киадаһының беренсе этабы үтте.
Ярыштарҙа бөтә республиканан 90 спортсы ҡатнашты. «Салауат» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡала исеменән сығыш яһаны.
Ауыр атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә 1-се урында - Салауат, 2-селә - Күмертау, 3-сө - Өфө ҡалаһы командаһы.
Уҡыусыларҙың Йәйге спартакиа-даһының беренсе этабы буйынса 1-се урында - Өфө, 2-селә - Күмертау, 3-сөлә - Салауат ҡалаһы командаһы.
Читайте нас: