газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2020, 11:29

Тәүге тапҡыр ҡала чемпионы

Уҙған йылдың 23 ноябренән быйылғы йылдың 18 ғинуарына тиклем «Салауат» спорт мәктәбенең залында Салауат ҡалаһының мини-футбол буйынса Асыҡ чемпионаты үтте.

Был миҙгелдә Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 10 команда ҡатнашты. Шулай итеп, ҡала беренселеге БР-ҙың көньяҡ төбәге чемпионатына әүерелде. «Салауат» спорт мәктәбе командаһы ла, оҙайлы тәнәфестән һуң, ҡала чемпионатында ҡатнашты. Тәүге турҙа уҡ беҙҙең команда еңеү яулауға дәғүә итеүсе «Мономер» командаһын еңде.
- Икенсе турҙа былтырғы чемпион Стәрлетамаҡтан «Эралайн» командаһы менән уйында тәүҙә иҫәпте тигеҙләүгә өлгәштек, ә һуңынан 4:3 иҫәбе менән еңеү яуланыҡ. Турнир башындағы ике еңеү менән ҡанатланған егеттәр киләһе 5 уйынды бер һулышта үткәрҙе. Әммә «Трест» командаһынан 4:8 иҫәбе менән еңелдек. Һуңғы турҙа Стәрлетамаҡтың көслө «Мираж» командаһы менән осраштыҡ. Был уйында еңмәһәк тә, тигеҙ иҫәп беҙҙең өсөн етә ине. Һөҙөмтәлә, уйын аҙағына тиклем минут ярым ҡалғас, Иван Михайлов гол керетеп иҫәпте тигеҙләне, - тип белдерәләр “Салауат” спорт мәктәбенән.
Шулай итеп, мәктәп тарихында тәүге тапҡыр «Салауат» командаһы ҡала буйынса мини-футболда чемпион исемен яуланы. Турнирҙа иң яҡшы уйынсылар билдәләнде. Чемпионаттың иң яҡшы һаҡсыһы тип беҙҙең ҡала команда капитаны Виталий Кантюков, турнирҙа иң яҡшы уйынсы тип Александр Плохов билдәләнде.
Читайте нас: