газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Октябрь 2019, 11:05

Мәләүездән 3 алтын менән

10 октябрҙә Мәләүез ҡалаһында дзюдо буйынса ҡала беренселеге үтте.

Был ярышта Башҡортостан Республикаһының көньяғында урынлашҡан ҡала һәм райондарҙан спортсылар ҡатнашты. Улар араһында Салауаттан «Ағиҙел-Спутник» командаһы ла бар ине.

Әйтергә кәрәк, салауаттар лайыҡлы сығыш яһаны, күбеһе почет пьедесталына күтәрелде. 50 кг ауырлык категорияһында Бауржан Ҡалмырҙин еңеү яуланы. Шулай уҡ 46 кг ауырлыҡ категорияһында Джафар Шәрәфетдинов, 42 килограмға тиклемге категорияла Данил Сайкин иптәштәренең уңыштарын ҡабатлай. Ә Максим Нежданов 34 кг ауырлыҡ категорияһында икенсе урынды алды.

Борис Русских.
Читайте нас: