Беҙҙең 27-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре “Алмаз” бассейнына йөрөй. Был кескәйҙәр өсөн бик файҙалы. Йөҙөү физик яҡтан дөрөҫ үҫешкә ярҙам итә, нервы эшмәкәрлеген, йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу системаһын яҡшырта. Бассейнға йөрөгән балалар һирәк ауырый. Шулай уҡ улар үҙҙәрен һыуҙа ышаныслы тоторға өйрәнә. Йөҙөү дәрестәре ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә.
Балаларҙы бассейнға оҙатып йөрөү ҡатмарлы. Тәр-биәселәр балалар хәүеф-һеҙлеге өсөн яуаплы. Шуға ла улар бассейнға барғанға тиклем балаларҙы тәртип ҡағиҙәләренә, сисенеп-кейе-нергә, кейемдәрен матурлап һалырға, таҫтамал менән һөр-төнөргә өйрәтәләр. Килеп тыуған бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һәр йыл һайын тәрбиәселәр балаларҙы бас-сейнға йөрөтә. Ата-әсәләр уларға рәхмәтле, сөнки һәр бер ата-әсә лә балаһын бассейнға йөрөтөргә ваҡыт еткерә алмай.
Әҙерлек төркөмө педа-гогтары һәм ата-әсәләр «Алмаз» бассейны директоры Михаил Гусятниковҡа һәм тренеребыҙ Айгөл Зиннәтнуроваға беҙҙең балаларға сәләмәтлеккә юл күрһәтеүҙәре өсөн ҙур рәх-мәтле.