газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Сентябрь 2019, 11:13

Ямғырҙан ҡурҡамы һуң йүгеректәр?

Бөтә Рәсәй Милләттәр кросында илдең барлыҡ ҡалалары ла әүҙем ҡатнаша. Салауат халҡы ла йыл һайын унан ситтә ҡалмай. Быйыл хатта өҫтән ямғыр яуып тороуы ла спорт һөйөүселәрҙе ҡурҡыта алманы.

Ойоштороусылар биргән мәғлүмәт буйынса, сараға 800-ҙән ашыу кеше сыҡҡан. Ғәҙәттә, кросс Ағиҙел буйында үтә торғайны, ә быйылғы ярыш ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында булды. Ҡала хакимиәтенең спорт һәм физик культура идаралығы етәксеһе Андрей Прокопов билдәләүенсә, был урында ла старттар уҙғарыу өсөн шарттар яҡшы.

- Бөгөнгө көнөгөҙ бик матур һәм файҙалы үтһен. Ярыштарҙа еңмәгән хәлдә лә, ошондай сәләмәт тормош рәүешенә әйҙәгән сараларҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн һеҙгә афарин тип әйтәргә кәрәк, - тип сәләмләне ул спорт байрамына йыйылыусыларҙы.

Ҡала ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина әйтеүенсә, ямғырлы көндә лә йүгереп үҙ көсөн һынарға теләүселәрҙең күп булыуы Салауаттың спорт ҡалаһы икәнен иҫбатлап тора. Шулай уҡ Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы спорт ветерандарының йәштәргә өлгө күрһәтеүен дә билдәләп үтте.

“Милләттәр кросы” ярыш-тарын спорт ветерандары һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең старты асып ебәрҙе. Уларҙан һуң ярышҡа иң бәләкәй ҡыҙҙар сыҡты. Шулай итеп, йүгеректәр һәр йәш категорияһы буйынса үҙ дистанцияларын үтте. Еңеүселәр ҙә билдәләнде. Уҡыусылар өсөн уларҙың тренерҙары, уҡытыусылары, ата-әсәләре көйҙө. Тик, ҡат-нашыусылар белдереүенсә, улар бында еңеү түгел, ә һаулыҡ, күтәренке кәйеф һәм күңелле спорт мөхите өсөн киләләр.


Читайте нас: