газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Август 2019, 10:48

Спорт тормошомдо үҙгәртте,

- ти «Салауат» спорт мәктәбенең ауыр атлетика һәм пауэрлифтинг буйынса тренеры Винер Сәйетов.

Ул бәләкәй саҡта йыш ауырый. Яҙлы-көҙлө дауаханала ятыу йолаға әйләнеп бөтә. 12 йәштәр тирәһендә өлкәнерәк ағалары уға спорт менән шөғөлләнеп ҡарарға тәҡдим итә.

- Тәүҙә ҙур теннисты һайланым - күңелем ятманы. Һуңынан саңғы секцияһына йөрөнөм, тағы ла ниҙер етмәгән кеүек. Уртансы ағайым ул ваҡытта ауыр атлетика менән шөғөлләнә ине. Бер шулай миңә: «Ҡустым, һиңә үҙеңде ошо спорт төрөндә һынап ҡарарға кәрәк. Бәлки, был өлкә тап һинекелер», - тине. Әйткәндәре дөрөҫкә сыҡты, урынымды таптым. Армияға тиклем үк ул ваҡыттағы «Спартак» мәктәбендә эшләнем. Физик әҙерлегем спорт рота-һында хеҙмәт итергә мөмкин-лек бирҙе. Шунда Волга буйы Федераль округы Чемпиона-тында ҡатнашып, СССР-ҙың спорт мастеры исемен алдым. Ҡайтҡандан һуң ошо уҡ мәктәптә тренер булып эшемде дауам иттем. Шул ваҡыттан алып спорт-тамын, - ти Винер Лигал улы.

Тренер булып эшләүенә 31 йыл. Тәрбиәләнеүселәре-нең яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүе, уларҙың ярыштарҙа еңеп сығыуы уҡытыусының хеҙмәт емеше булып торалыр. Ошо дәүер эсендә ете спорт мастеры әҙерләгән. Бына ҡайҙа ул ғорурлыҡ! Тренер ауыр атлетика менән етди, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйған егет-ҡыҙҙар шөғөлләнә, тигән фекерҙә.

- Насар, һәләтһеҙ балалар булмай. Уларҙың талантын күрә белергә кәрәк. Уҡыусылары-быҙҙың барыһын да телгә алып үтерлек, тик шулай ҙа Олег Шерстневты, Елена Аринкинаны, Анна Зубконы, Сеймур Гаса-новты айырым билдәләп үтмәй булмай. Уларҙың барыһы ла спорт мастерҙары. Бынан тыш, 20-нән ашыу спортсы спорт мастерлығына кандидат булып тора. Беҙҙә хатта ҡыҙҙар ҙа теләп шөғөлләнә. Улай ғына түгел, ҙур уңыштарға өлгәшә. Әйтәйек, Анна Зубко ҡыҙҙар араһында бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы булды, илдең йыйылма командаһына инде. Былтыр ул өлкәндәр араһында уҙғарылған Чемпионатта көмөш призер булып, Европа беренселегендә ырғымда - икенсе, дөйөм зачетта дүртенсе һөҙөмтә күрһәтте. Ан-наның тырышлығы арҡаһында йыйылма команда беренсе урын-ға сыҡты, - ти Винер Сәйетов.

Тренер, үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып, спорт сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай, тип ышаныслы әйтә ала.

- Планшет-гаджеттарға би-релеп ултырғансы, спортҡа ки-леү күпкә отошлораҡ. Ул юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә, армияла, ғөмүмән, тормошта бик кәрәк буласаҡ, - тине ул.


Читайте нас: