газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Июль 2019, 16:50

Дан яулап, бәлки, Салауатҡа ярҙам итерҙәр

Салауат ҡалаһы спортсылары Эмиль Сәйфетдинов һәм Глеб Чугунов Рәсәй йыйылма командаһы сафында Тольяттиҙа «Милләттәр спидвейы» донъя команда чемпионатында алтын миҙалдар яулауы хаҡында яҙғайныҡ инде. Радий Хәбиров уларҙың уңыштарын билдәләп, дәүләт энтузиастарға һәм спорт һөйөүселәргә ярҙам итергә тейеш тип белдерҙе.


«Салауат егеттәре - донъя чемпиондары!!!» - тип яҙҙы был ваҡиға тураһында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров. Уның һүҙҙәре буйынса, республика спидвейы электән булды һәм уны халыҡ яратты. Тик һуңғы йылдарҙа был спорт төрө тейешле ярҙамһыҙ тороп ҡалды.

«Быға ҡарамаҫтан энтузиастар уны ташламаны һәм үҙегеҙ күрәгеҙ - юғары оҫталыҡты һаҡланы. Бының кеүек энтузиазм һаҡланған һәм спортҡа сикһеҙ һөйөү булған урындарға һис шикһеҙ дәүләт ярҙамы ла бирелергә тейеш», - тип үҙ фекерен яҙған Радий Хәбиров.

Шулай булғас, Салауатта тәрбиәләнеп, спидвей буйынса донъя кимәлендә танылыу алған яҡташ спортсыларыбыҙҙың ҡалабыҙҙағы был спортты тергеҙеүгә булышлыҡ итеүе мөмкин.
Читайте нас: