газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Июль 2019, 12:26

Һауаларға уҡ сойорғоттом

Күптән түгел Мәскәү янындағы Раменск ҡалаһының «Сатурн» стадионында йәйәнән уҡ атыу буйынса Рәсәй беренселеге уҙҙы. Унда илдең 32 төбәгенән 383 уҡ атыусы ҡатнашты.

Салауат ҡалаһының данын яҡлап «Триумф» спорт мәктәбе сығыш яһаны. Оҫта тренер Борис Кузнецов етәкселегендә беҙҙең спортсылар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Эмиль Рәхимов беренсе урын алып, «Сатурн»дың маҡтаулы пьедесталына күтәрелде. Эмиль Рәхимов, Олег Ходырев һәм Алексей Бабаяров составындағы команда көмөш миҙалға лайыҡ булды. Бынамын тигән урындар алған егеттәр киләсәктә лә һынатмаҫ әле.
Читайте нас: