Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Июнь 2019, 11:13

Берәүгә ҡарағанда күберәк булыуы яҡшы

Башҡортостандың һәр ауылында футбол майҙансыҡтары барлыҡҡа килеүе мөмкин. Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форум сиктәрендә республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә футбол аренаһы төҙөгәнсе, уға тәғәйен аҡсаны балалар һәм үҫмерҙәр футболын үҫтереүгә йүнәлтергә тәҡдим итте.

Уның һүҙҙәренсә, стадион төҙөү буйынса бик күп ҡәтғи фекерҙәр алынған. Шуға күрә йәмәғәт фекере өйрәнеләсәк. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ул аҡсаларҙы республикалағы әллә күпме футбол яландарын булдырыуға, яңыртыуға, тренерҙарҙы әҙерләүгә, экипировка алырға тотонорға була.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙа “Ихата футболы лигаһы” тигән проектты ла тормошҡа ашыра башланы. Башҡортостанда был спорт фестиваленә 20 меңдән ашыу бала ҡушылыр, тип көтөлә. Салауатта иһә 1-се лицейҙың футбол майҙансығында ошо исем аҫтында ярыштар үтте лә инде. 7 команда Олимпия системаһы буйынса көс һынашты. Ярым финалға 15-се, 4-се, 2-се кадет мәктәптәре һәм 1-се лицей командалары сыҡты. Финалда иһә 15-се мәктәп уҡыусылары менән 1-се лицей үҫмерҙәренең алыштары көсөргәнешле барҙы. Пенальтиҙа ғына 15-се мәктәп командаһы еңеү яуланы.


Читайте нас: