Бәйгелә ҡатнашыусылар араһында таяныу-хәрәкәт аппараты проблема-лары булған, күреү, ишетеү һәләте түбән инвалидтар бар. Улар өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика кеүек спорт төрҙәрендә көс һынаша. Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса артабанғы этапта ҡатнашыу өсөн команда тупланасаҡ.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указына ярашлы, “Демография” милли проекты сәләмәт тормош рәүеше алып барған-дарға ҙур мөмкинлектәр аса. Милли проекттың “Спорт - тормош нормаһы” йүнәлеше буйынса, физик культура һәм спорт менән системалы рәүештә шөғөлләнгән кешеләрҙең һаны 2024 йылға тиклем 2017 йылдағы 36,8 проценттан 55-кә етергә тейеш.