газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Март 2019, 11:27

Бер үҙенә - 214 кг

“Салауат” спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Анна Зубко үҫмерҙәр араһындағы Рәсәй беренселегендә еңеү яулап ҡайтты.

Ауыр атлетика буйынса бәйге уҙған ял көндәрендә илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә булды. Анна 94 килограмлыҡ штанганы өсөнсө уҡталыуҙа күтәреп, ырғымда беренсе урын ала. Һуңынан 120 килограмды күтәреп, шулай уҡ беренсе урынға сыға. Ике төр ярыш суммаһы буйынса беҙҙең ҡала спортсыһы 214 кг һөҙөмтә күрһәтә.
Читайте нас: