газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Февраль 2019, 12:08

Эше - ҡыуаныс, ғаиләһе - йыуаныс

Кеше эшҡыуарлыҡҡа нисек тотона? Моғайын, минеңсә: “Ә ниңә үҙемә эшләмәҫкә?” - тигән һорау тыуалыр. Айгөл Байбулдина тап шулай эшләгән. Ул ҡалабыҙҙа тайбо спорт төрөн йәйелдерергә ҡарар иткән.

Айгөл - Салауат ҡалаһы ҡыҙы. Кейәүгә сыҡҡас, иптәше менән Себер тараф-тарында йәшәйҙәр. Ике ҡыҙы менән оҙаҡ ҡына декрет ялында ултырған йәш әсә, үҙен формаға килтереү маҡсатында, тайбо клубына йөрөй башлай. Был фитнес төрө ҡыҙға яңы һулыш өҫтәй. Шуға ла 2016 йылда йәш ғаилә тыуған ҡалаһына ҡайтҡас, Айгөл тайбо буйынса артабан шөғөлләнергә теләй. Әммә ҡалала был йүнәлеш буйынса бер секция ла булмай сыға. Күңеленә ятҡан эш урыны ла таба алмай ул, сөнки БДУ-ла алған иҡтисадсы һөнәре күңеленә ятмай.

- Күңелең нимәгә тарта, нимә менән шөғөлләнер инең? - тип һорай хәләле.

- Тайбо менән шөғөлләнер инем! - ти ҡыҙ дәртләнеп.

- Бар ҙа ас үҙ мәктәбеңде! - ти тормош иптәше.

Иренең ошо һүҙҙәре Айгөлгә һеңеп ҡала һәм тынғы бирмәй. Ике аҙна ла ваҡыт үтмәй, тырыш ҡыҙ бинаны ҡуртымға алып, өс әхирәтенә беренсе дәресен үткәрә. Уға хатта реклама ла кәрәкмәй, әлеге лә баяғы «сарафан радиоһы» ярҙам итә. Яңы йүнәлеш буйынса ҡыҙыҡһыныусылар артҡандан-арта ғына. Тағы ла ике аҙнанан һуң, ул ябығыу буйынса беренсе марафонын үткәрә.

Хәҙер «Тайбо» фитнес клубы асылыуға өс йыл була. Ошо дәүер эсендә Айгөл ситтән тороп Санкт-Петербург фитнес педагогия колледжын тамамлай, мәктәбенә ике тренерҙы йәлеп итә. Клубта көс талап иткән, кардио, умыртҡа һөйәгенә күнекмәләр, зумба-стронг һәм башҡа бик күп төрлө йүнәлештәр бар. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла тайбо буйынса клуб асыуға өлгәшә.

“Тренер эшендә иң ауыры һәм иң яҡшыһы нимә?” - тип һорайым. “Ауырлыҡты бөтөнләй һиҙмәйем. Ҡайһы саҡта шөғөлләнеүселәр күбәйеп китә, уларҙың барыһына ла иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡыҙҙарҙың һөҙөмтәләрен күреү, уларҙан рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү, күнекмәләрҙән ризалыҡ менән ҡайтып китеүҙәре мине ҡанатландыра, ҙур кинәнес бирә”, - ти тренер.

Айгөл бер урында ғына тапанмай. Ул эшен киңәйтеү маҡсатында бик күп китаптар уҡый, интернет аша өйрәнә. Тренер шөғөлләнергә килгән ҡыҙҙарға шәхес булараҡ үҫеү буйынса кәңәштәрен дә бирә. Уларға “матурҡайҙар”, “королевалар” тип өндәшә. Девиздары ла бит уларҙың - “Үҙеңдә көс тап”!

Айгөл эшенән - ҡыуаныс, ә ғаиләһенән йыуаныс ала. Ул тормош иптәше Владислав менән ун ете йыл бергә. Татыу ғаиләлә ике ҡыҙ үҫеп килә. Улар ҙа ата-әсәһе һымаҡ спорт менән дуҫ. Ете йәшлек Евангелина йөҙөү, ә дүрт йәшлек Николина бейеү, акробатика менән шөғөлләнә.

Йәш ғаилә бик әүҙем тормош алып бара. Улар Радужный ҡала-һында “Йыл ғаиләһе-2010” конкурсында - беренсе, ә үткән йылда Салауат ҡалаһында икенсе урынды яулаған. Айгөл менән Владислав гитарала уйнап, йырларға ла ярата. Балалары менән походтарға йөрөйҙәр, йылғала кәмә менән йөҙәләр, сит илдәргә сәйәхәт ҡылалар.

- Үҙеңде һәм тормошто яратыу өсөн хәрәкәт итергә кәрәк, - ти Айгөл.

Ғалимдар иҫбатлауынса, спорт менән шөғөлләнеү мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Хәрәкәт итеү менән кәйеф тә күтәрелә, һаулыҡ та нығына, үҙ-үҙеңә ышаныс та барлыҡҡа килә.


Читайте нас: