газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2019, 10:35

“Рәсәй саңғы юлы”дуҫтарын йыйҙы

Үткән шәмбе спортты үҙ итеүселәр Ағиҙел буйына «Рәсәй саңғы юлы» бөтә Рәсәй ярышына йыйылды. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә был юлы бөтә нәмә лә ыңғай булды кеүек: көн йылы торҙо, уҙышыу өсөн трасса яҡшы ине.

Әйткәндәй, саңғы шыуырға балалар, уҡыусылар, студенттар, ҡала ойошмалары, предприятиелары, учреждениеларының хеҙмәт коллективтары, тотош ғаиләләре менән сыҡтылар - барлығы 700-ҙән ашыу кеше теркәлгән ине.

Ете стартта профессионалдар ҙа, саңғы спортын үҙ итеүселәр ҙә ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла иҫтәлеккә махсус шапкалар таратылды.

Илназ Мөлкәмәнов (фотола) 17-се мәктәптең 1-се класында белем ала. Ул киләсәктә билдәле спортсы булырға хыяллана. Яңы ғына саңғыға баҫыуына ҡарамаҫтан, үҙен ышаныслы тота. Илназ 1500 метр араны 14 йәшлектәр менән бергә үтә. Урын алмаһа ла, ул шат ине. Киләһе йыл мотлаҡ призлы урынға өлгәшәсәкмен, ти.

Сәләмәтлектәре сикләнгәндәр ҙә спорт ярышында әүҙем ҡатнашты. Традицион рәүештә иң оло ҡатнашыусылар айырым билдәләнде.

Ярыш төшкә тиклем барҙы, әммә береһе лә таралышманы, ситтән булһа ла ҡатнашыусылар артынан күҙәтте, янып-көйҙө, артта ҡалыусыларҙы дәртләндерҙе, үҙ дистанцияһын тамамлағандар иһә эҫе сәй менән һыйланды. Иң һуңында барыһы ла бүләкләү тантанаһына йыйылды. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.


Читайте нас: