газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ноябрь 2018, 11:44

Батырҙар ҡаланы данлай

Салауатҡа пауэрлифтинг һәм штанга күтәреү буйынса «Батырҙар көрәше» Волга буйы федераль округының асыҡ чемпионатына «Көс экстримы лигаһы» телешоуы йондоҙо, Рәсәй чемпионы Михаил Кокляев килде.

Рәсәй бәһлеүәндәре асссоциацияһы президенты ҡала журналистары менән матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ул әле нимәләр менән шөғөлләнеүе һәм ни өсөн батырҙар көрәшенә килеүе хаҡында һөйләне.

- Башҡортостандағы пауэрлифтинг милли ассоциацияһы етәксеһе Руслан Миңлебаев мине турнирға ҡунаҡ, судья булараҡ һәм семинар үткәреү өсөн саҡырҙы. Мин ихлас риза булдым. Ойоштороусыларға ярыштар уҙғарыуға бөтә уңайлыҡтары булған ҙур майҙансыҡ әҙерләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Сөнки иҫкереп бөткән залдарҙа булырға тура килә. Бында яҡшы ҡорамалдар, яңы штангалар, тартылыу йыһаздарының булыуы оҡшаны.

Үҙенең спортҡа нисек килеүе хаҡында батыр бына нимә тине:

- Мин үҙемде белгәндән бирле спорттан айырылмайым. Ауыр атлетика менән 13 йәштән шөғөлләнәм. 16 йәштә спорт мастеры, 20 йәштә инде ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры нормативын үтәнем. Ауыр атлетика буйынса күп тапҡырҙар чемпион булдым һәм Рәсәй Кубогын алдым. Арҡала ятҡан көйө 417,5 килограм ауырлыҡтағы штанганы күтәреү буйынса Рәсәйҙең абсолют рекордсменымын. Тик һуңғы йылдарҙа ғына травмаларҙан һуң ярыштарҙа ҡатнашыуҙан бер аҙ туҡталып торам. Илдә барған бик күп спорт сараларына саҡыралар. Тиҙҙән яңынан көсөргәнешле шөғөлләнеп үҙемде күрһәтергә ине.

Турнирға килгәндә, Салауатҡа Волга буйы округы төбәктәренән 200-ләп спортсы йыйылды. Был алдан билдәлән-гән һандан артып та киткән. Башҡортостандағы пауэрлифтинг милли ассоциацияһы президенты, «Ағиҙел-Спутник» компанияһының методист-инструкторы Руслан Миңлебаев әйтеүенсә, ойоштороу эше бер нисә ай элек башланған. «Нефтехимик» спорт һарайында өс көн барған ярышта күптәр төрлө ауырлыҡ категорияларында еңеүҙәренән тыш, спорт мастеры исемен алған.

Чемпионатта Салауат спорт-сылары һынатманы. Легендар спортсы Валерий Патрикеев был ярышта үҙенең 138-се миҙалына лайыҡ булды. «Ағиҙел-Спутник» компанияһының спортсылары ла юғалып ҡалманы. Валерий Толстов (100 кг-ға тиклемге категория) ятҡан килеш штанга күтәреүҙә 167,5 кг һөҙөмтәһе менән өсөнсө урын яуланы. Александр Климентьев (90 кг-ға тиклемге категория) 140 кг һөҙөмтәһе менән өсөнсө урын алды. Ә бына Александр Кузнецов (110 кг-ға тиклемге категория) 275 кг һөҙөмтә менән «Батырҙар көрәше»нең еңеүсеһе тип билдәләнде.


Читайте нас: