газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ноябрь 2018, 17:09

Тиҙлек турниры

Баш ҡалала тиҙлек дисцип-линаһында ҡаяға үрмәләү буйынса асыҡ беренселек үтте. Ярышта республиканың 7-18 йәштәрҙәге йөҙҙән ашыу спортсыһы ҡатнашты. «Ағиҙел-Спутник» компанияһынан 16 тәрбиәләнеүсе беренселек өсөн көс һынашты.

Яҡташтарыбыҙ араһында тик бер ҡыҙ ғына була. 2005-2007 йылғы тиҫтерҙәре араһында Лада Щавелеваға бронза награда алыр өсөн көнәркәшен саҡ ҡына ҡыуып етә алмай. Ошо йәштәге малайҙар араһында Назар Дементьев һәм Данил Яҡупов үҙ-ара бронза миҙалы өсөн көрәшә. Һөҙөмтәлә Назар еңеүгә өлгәште. «Нефтехимик» спорт һарайына яңы ғына түңәрәккә яҙылған Булат Аҙнаев бер нисә ай элек кенә финалға сығып, һөҙөмтәлә алтынсы урын ала.

2003-2004 йылғы үҫмерҙәр араһын-да «Ағиҙел-Спутник» компанияһынан Артем Батыршин икенсе урын яулай, ә Сыңғыҙ Насиров етенсе урында. Вадим Попов иһә бронза миҙалға лайыҡ була.

- Беҙ был сарала ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ. Күп кенә егеттәр төрлө спорт разрядтары алып ҡайтты. Иң мөһиме кескәй дуҫтарыбыҙ яңы скалодромда үҙҙәренең көсөн һынай алды. Барыһы ла тырышты, уңышлы сығыш яһаны, күптәре миҙалдар яуланы, - ти «Ағиҙел-Спутник» компанияһының ҡаяға үрмәләү бүлегенең төп тренеры Александр Козлов.


Читайте нас: